Нахидури замогы
Уҡыу көйләүҙәре
Нахидури замогы — ысын мәғәнәһендә милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы. Ул Грузияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Квемо Картли төбәгенең Болниси муниципалитетындағы Нахидури ауылында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 420 метр тәшкил итә. Болниси ҡалаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта ята. Циклопик ҡәлғә б.э. тиклем бер мең йыллыҡҡа ҡарай. Нахидури ауылында XVII-XVIII быуаттарға ҡараған көмбәҙле сиркәү һәм IX-X сиркәүе урынлашҡан.
Нахидури замогына 2006 йылдың 7 ноябрендә Грузияның президенты указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы категорияһы бирелә[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 1, გვ. 593, თბ., 1975 წელი.