Эстәлеккә күсергә

Наҡаҫ (тау, Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наҡаҫ
Дәүләт  Рәсәй
 Ырымбур өлкәһе

Наҡаҫ — Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районындағы тау. Ырымбур өлкәһендәге иң бейек түбә −667,6 м. Өҫтө урыны менән урмандар менән ҡапланған ҡалҡыулыҡтарҙан торған "Наҡаҫ һырты"на инә.

Төйләгән районы Алмалы ауылынан көнбайыштараҡ 5,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны- 107,0 га.

Төйләгән районы

Тауҙың өҫтө тигеҙ, әкренләп һөҙәк битләүгә әйләнә. Шишмәләр битләүҙәрҙәге тау тоҡомон ашап, үҙҙәренә юл һалған. Шишмәләрҙә ҡырысынташтар һәм эре һарыҡташтар осрай (40 см тиклем). Был таштар түбәнге триас конгломератынан йыуылып сыҡҡан, сөнки тау тоҡомо башлыса ҡомташ ҡатыш ҡырсынташ, һарыҡташтарҙан тора.

Тау өҫтө урман үҫемлектәре менән ҡапланған, Ырымбур өлкәһендә Көньяҡ Урал урмандарының төп өлгөһө булып тора. Ағастар араһында башлыса имән (Quercus robur), уҫаҡ,саған, йыла, ҡайын, ҡарама осрай.

Ҡыуаҡлыҡтарҙан эт муйылы, бүре муйылы, гөлйемеш, йәмшегән, ҡурай еләге күп. Урман аҡландарында төрлө үләндәр ҡуйы булып үҫә, айыутабан (мүктәк) күпләп осрай. Тауҙы урман зонаһы өсөн ғәҙәти үҫемлектәр ҡаплаған .

Был ерҙәрҙә һирәк осрай торған бореаль үҫемлектәр- уймаҡ сәскә (наперстянка крупноцветковая), Ҡыҙыл китапҡа ингән ләлә (лилия кудреватая) үҫә. Аҡландарҙа ер еләге күп.

Тау Төйлөйгән урман хужалығына ҡарай (Туғыҙтимер лесничествоһы, 83 -сө квартал). Райондың һәм өлкәнең ландшафт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә.