Нефтекама автозаводы
| Нефтекама автозаводы | |
| Тармаҡ | автобус[d] һәм автомобильная промышленность[d] |
|---|---|
| Нигеҙләү датаһы | 1970 |
| Дәүләт |
|
| Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | акционерҙар йәмғиәте |
| Хужаһы | КАМАЗ[d] |
| Баш компания (ойошма, предприятие) | КАМАЗ[d] |
| Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нефтекама, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй |
| Биржа | Мәскәү биржаһы[d] |
| Продукция | Автопоезд[d], прицеп[d], Самосвал[d] һәм троллейбус[d] |
| Рәсми сайт | nefaz.ru |
Нефтекама автозаводы (НефАЗ) — автозавод. 2012 йылда 8286 кеше эшләгән. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1970 йылда төҙөлә башлай, 1977 йылдың 17 ноябрендә үҙ бушатҡыс автомашиналар эшләү заводы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1978 йылдан алып «Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводы» тип аталһа, 1993 йылдан — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Предприятиела РФ-та тәүге тапҡыр һалҡын килеш һуҙыу ысулы менән гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар яһау технологияһы индерелә (80‑се йй.). Предприятие менән З.Ә.Ғарипов, Р. С. Маликов, В. М. Сюткин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Акционерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «КАМАЗ» ААЙ — 50,02 % акция
- Башҡортостан Республикаһы — 28,5 % акция
Продукция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Составында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7-нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар, пассажир автобустары, ауыл хужалығы техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары:
- ауҙармалы машиналар,
- вахта автобустары,
- һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар,
- тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар,
- пассажир автобустары,
- ауыл хужалығы техникаһы,
- һәм башҡалар
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викимилектә НефАЗ темаһы буйынса медиафайлдар бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нефтекама автозаводы 2016 йыл 4 март архивланған.
- НефАЗ. «Нефтекама автозаводы ААЙ»