Неф (архитектура)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Неф
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған судно
 Неф Викимилектә

Неф йәки карап[1] (франц. nef, лат. navis — корабль) — оҙонса бина, уның интерьерының (ғәҙәттә, базилика тибындағы биналарҙа) күрше нефтарҙан айырып торған колонналар йәки бағаналар менән бер йәки ике яҡтан сикләнгән бер өлөшө[2].

Шулай уҡ сиркәүҙең бер өлөшөн неф тип атайҙар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Неф» һүҙе латин телендәге navis - «карап» һүҙенән килеп сыҡҡан.

Күҙалланыуынса, был исем ғибәҙәтхананың төп майҙанының әһәмиәтен билдәләргә тейеш булған, сөнки карап мәсихселәр сиркәүенең символдарының береһе булған[3] [4].Бәлки, ул шулай уҡ ҡорамдың был өлөшөнөң караптың баштүбән корпусы менән оҡшашлығын сағылдыралыр[5].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Интерьерҙы нефтарға бүлеү боронғо грек ҡорамдарында барлыҡҡа килгән. Боронғо рим архитектураһында граждандар биналары — базиликалар интерьеры бер нисә параллель нефтан торған

IV быуаттан башлап базилика тибы христиан ҡорамдары өсөн үҙләштерелә, һәм неф христиан архитектураһының киң таралған элементы булып китә[6].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Корабль // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Словарь архитектурных терминов. archi.ru. Дата обращения: 17 апрель 2021. Архивировано 12 апрель 2021 года.
  3. Britannica
  4. Архитектура. Краткий справочник, 2004
  5. ЭСБЕ, 1897
  6. Архитектура. Краткий справочник, 2004, с. 331

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Неф // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1897. — Т. XXa.
  • Архитектура. Краткий справочник / Гл. ред. М. В. Адамчик. — Минск: Харвест, 2004. — С. 331—332. — 624 с. — ISBN 985-13-1842-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]