Базилика
Базилика | |
Кем хөрмәтенә аталған | гражданская базилика[d] |
---|---|
Базилика Викимилектә |
Базилика (грек. βασιλική — «базилевс йорто, батша йорто») — тура мөйөшлө пландағы төҙөлөш тибы[1]. Үҫешкән формала христиан базиликаһы ғәҙәттә бейеклеге буйынса төрлө, таҡ һанлы (1, 3 йәки 5) нефтарҙан тора.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп нефлы базиликала нефтар колонналарҙың йәки бағаналарҙың буй рәттәре менән бүленгән, үҙ аллы түшәмле булыусан. Үҙәк нефы — ғәҙәттә киңерәк һәм бейеклеге буйынса ҙурыраҡ, икенсе ҡаттың тәҙрәләре ярҙамында яҡтыртыла. Үҙәк нефтың икенсе ҡатында тәҙрәләр булмаһа төҙөлөш псевдобазилика тибына ҡарай.
Базиликалар тип шулай уҡ, архитектураһы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иң әһәмиәтле рим-католик ҡорамдарын да атайҙар. Архитектура теорияһында төрлө бейеклектәге нефтарҙың нисбәтен асыусы, бинаның терәк, таяу һәм тәҙрә ҡоролошоноң арҡыры киҫелеш һыҙмаһы «Базиликаль киҫелеш» тип атала.
«Базиликаль яҡтыртыу тибы» — тәҙрәләрҙең үҙәк нефтың өҫкө өлөшөндә, ситке нефтың түбәләре өҫтөндә урынлашыуы[2].
Боронғо базилика идеяһына әйләнеп ҡайтыуҙы ҡайһы бер төҙөүсе-эклектиктар хуплаған; быға Турҙағы Изге Мартинбазиликаһы миҫал булып тора ала. Американың Пенсильваниялағы Маккиспорт ҡаласығында урынлашҡан Немец сиркәүе рим базиликаһынаына иң яҡыны тип иҫәпләнә, ул 1888 йылда изгеләштерелгән. Рәсәй территорияһында классик типтағы бер генә базаиликпль ҡорам да юҡ (Византия осоронда шулай ҙа бындай биналар Херсонеста төҙөлгән).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Рим форумында Максенция-Константин базиликаһы емереклектәре (IV быуат башы)
-
Максенция-Константин базиликаһы планы
-
Трирҙа Константиндың бер нефлы базиликаһы интерьеры, Германия (IV быуат башы)
-
Равеннала өс нефлы Сант-Аполлинаре-Нуово базиликаһы (VI быуат)
-
Римда биш нефлы лютеран базиликаһында төп неф
-
Пизала Сан-Пьеро-а-Градо роман базиликаһы (X быуат)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Pevsner N., Honour H., Fleming J. Lexikon der Weltarchitektur. — München: Prestel, 1966. — S. 72
- ↑ Власов В. Г.. Базилика // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. II, 2004. — С. 17—21
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Krautheimer, Richard. Early Christian and Byzantine architecture. — New Haven: The Yale University Press, 1992. — ISBN 0-300-05294-4.
- Architecture of the basilica, well illustrated.
- Syndicus, Eduard, Early Christian Art, Burns & Oates, London, 1962
- Basilica Porcia
- W. Thayer, «Basilicas of Ancient Rome»: from Samuel Ball Platner (as completed and revised by Thomas Ashby), 1929. A Topographical Dictionary of Ancient Rome (London: Oxford University Press)
- Paul Veyne, ed. A History of Private Life I: From Pagan Rome to Byzantium, 1987
- Heritage Foundation of Newfoundland and Labrador
базилика Викиһүҙлектә | |
Базилика Викимилектә |
- Статья в Православной энциклопедии
- Базилика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Статья «Базилика» в энциклопедии «Кругосвет».