Никарагуа (күл)
Никарагуа | |
---|---|
исп. Lago de Nicaragua | |
11°37′00″ с. ш. 85°21′00″ з. д.HGЯO | |
Страна | |
Региондар | Боако, Чонталес, Сан-Хуан, Ривас, Гранада |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 32 м |
Оҙонлоғо | 177[1] км |
Майҙаны | 8264 км² |
Күләме | 108 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 45 м |
Уртаса тәрәнлек | 13 м |
Һыу йыйыу майҙаны | 23 844 км² |
Ҡойоусы йылға | Типитапа |
Ағып сығыусы йылға | Сан-Хуан |
![]() |
Никара́гуа (исп. Lago de Nicaragua, Lago Cocibolca, Mar Dulce, Gran Lago, Gran Lago Dulce, или Lago de Granada) — тектоник сығышлы Никарагуа дәүләтендәге эре сөсө һыулы күл. Никарагуаның майҙаны 8624 км², был Латин Америкаһынлағы майҙаны буйынса беренсе сөсө һыулы күл һәм Латин Америка күлдәре араһында икенсе урында (иң ҙур күл — Маракайбо күле). Төрлө мәғлүмәттәр буйынса донъя күлдәре араһында 19-сы йәки 20-се урында. Типитапа йылғаһы күлде Манагуа күле менән тоташтыра.
Никарагуа — акулалар тереклек иткән донъялағы берҙән бер күл. Ошо фактҡа нигеҙләнеп, Тымыҡ океандың яҡын булыуын иҫәпкә алып, ғалимдәр был диңгеҙ ҡултығы булған тип иҫәпләй. Ваҡыт үтеү менән диңгеҙгә сығыу юлы ябылған, ә акулалар хәҙергә көндә лә йәшәй[2].
Никарагуалылар күлде Lago Cocibolca или Mar Dulce (Шәрбәт диңгеҙ) тип атай. Диңгеҙҙәге кеүек бында ла көслө штормдар булғылай. Күлдә Ометепе (Ometepe) һәм Солентинаме (Solentiname) кеүек утрауҙар бар.
Күл Кариб диңгеҙе менән суднолар йөрөй торған Сан-Хуан йылғаһы менән тоташҡан, шуға ла күл буйындағы Гранада ҡалаһы, Тымыҡ океанға яҡыныраҡ булһа ла, Атлантика порты тип иҫәпләнә. Элегерәк күлдә пиратлыҡ осраҡтары булған.
Панама каналы төҙөлгәнгә тиклем күл аша Накарагуа каналы төҙөү пландары булған.
Панама каналы асылғас был план актуллеген юғалта. 2008 йылдың 18 декабрендә Рәсәй һәм Никарагуа президенттары осрашҡан ваҡытта был каналды төҙөү планы тураһында һөйләшеү була[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Lago Cocibolca o Gran Lago Nicaragua. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 апрель 2013. 18 апрель 2013 тикшерелгән.
- ↑ Fresh Waters: Unexpected Haunts. Bull Shark
- ↑ Ведомости:Д.Медведев: России интересен Тихоокеанско-Атлантический канал через Никарагуа