Николаевка ауыл Советы (Миәкә районы)
Николаевка ауыл Советы | |
Нигеҙләү датаһы | 16 декабрь 2004 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Миәкә районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 19 ноябрь 2008 |
Николаевка ауыл Советы — Миәкә районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452096. ОКАТО коды— 80 244 855 000.
2004 йылдың 16 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[1]. 2008 йылда Николаевка ауыл Советы Миәкәбаш ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.
Ауыл Советы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николаевка ауылы— административ үҙәк, Новый Мир, Ҡашҡар, Днепровка, Максимовка ауылдары
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:36) Миәкә районы буйынса:
Миәкәбаш ауылында административ үҙәк менән, «Миәкәбаш» атамаһын һаҡлап, Миәкәбаш һәм Николаевка ауыл Советтарын берләштерергә. Николаевка ауыл Советының Днепровка, Ҡашҡар, Максимовка, Николаевка, Новый Мир ауылдарын Миәкәбаш ауыл Советы составына индерергә.
Миәкәбаш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Николаевка ауыл Советын алып ташларға;
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда Ҡаран ауыл Советы, Өршәкбаш-Ҡарамалы ауыл Советы муниципаль берәмектәр менән сиктәш(«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 17.12.2004 N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»