Николай Чудотворец сиркәүе (Лакедемоновка)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Николай Чудотворец сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Ауыл | Лакедемоновка |
Конфессия | Православие |
Төҙөүсе | Федор Базилевский |
Төҙөлөшө | 1794—1795 йылдар |
Бөгөнгө хәле | эш итеүсе |
Николай Чудотворец сиркәүе — Урыҫ Православие Сиркәүенең Таганрог мәнфәғәтендәге Лакедемоновка ауылы православие ғибәҙәтханаһы.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Неклиновский районы, Лакедемоновка ауылы , Октябрьская урамы, 39-сы йорт.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат аҙағында, Лакедемоновка ауылы барлыҡҡа килгәс, ундағы халыҡтың дини ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк булған. Ауылддағы утар хужаһы Дмитрий Афераки менән ауылдың ышаныслы идарасыһы Федор Базилевский Лакедемоновкала сиркәү төҙөүҙе башларға булғандар. Дмитрий Алферакиҙың күктәге ҡурсалаусыһы изге ыҙа кисереүсы Дмитрий Солунский хөрмәтенә сиркәүгә нигеҙ һалырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт хаты яҙылған. 1794 йылдың 1 октябрендә Екатеринослав митрополитынан сиркәү төҙөргә рөхсәт алынған. 1794 йылдың 13 ноябрендә протоиерей Иоанн Андреев сиркәү урынын изгеләндергән, буласаҡ сиркәүҙең нигеҙ ташын һалып, шул урынға тәре баҫтырғандар.
1795 йылдың 24 июлендә Алфераки владыко Гавриилдан сиркәү төҙөргә рөхсәт һораған. шул уҡ хатта ул ауылға руханий ебәреүҙәрен дә һорап яҙған. Екатеринославск консисторияһынан Мариуполь дини идаралығына митрополиттың резолюцияһы ебәрелгән. Унда Таганрог протоиерейы Иоанн Андреевҡа Лакедемоновка ауылында төҙөләсәк Изге Дмитриев сиркәүен изгеләндерергә рөхсәт ителгән һәм изгеләндерелгән антиминс бирелгән.
Төҙөлгән кирбес сиркәү оҙаҡ ваҡыт эш ғәмәлендә булған. 1937 йылдың 10 февралендә, райфинананс бүлегенең мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, сиркәү ябылған. Шул уҡ йылда бинаны 50 мең һумға Таганрог райфинанс бүлеге Сталин колхозына һатҡан. Колхоз сиркәү бинаһында ашлыҡ һаҡлаған.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец оккупацияһы аҫтында 1942 йылда сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуҙар алып барылған.
1961 йылдағы суд ҡарары менән православныйҙарҙың йәмғиәте бөтөрөлгән. 90-сы йылдарҙа сиркәү бинаһын хужалыҡ кәрәк-яраҡтары тотоу өсөн файҙаланғандар. 1980 йылда бинала хужалыҡ склады булған[1].
1991 йылда сиркәүҙе тергеҙеп, мәхәллә кешеләре өсөн асҡандар һәм уға Николай Чудотворец хөрмәтенә уның исемен биргәндәр. 2000-се йылдарҙа сиркәүҙә тергеҙеү эштәре алып барылған, стеналар изге һүрәттәр менән биҙәлгән. Хәҙерге ваҡытта был зәңгәр көмбәҙле ҡыйыҡлы сиркәү һәм уға төкәтеп һалынған сиркәү — ҡыңғырау манаралы, ҡыҙғылт -һары һәм ал төҫтәргә буялған, эшләүсе сиркәү.
Руханийҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиркәүҙең өлкән руханийы — иерей Николай Кравченко.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Церковь Николая Чудотворца.
- Лакедемоновка. Церковь Николая Чудотворца
- Лакедемоновка. Церковь Николая Чудотворца
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Свято-Никольский приход села Лакедемоновка 2017 йыл 2 февраль архивланған.