Эстәлеккә күсергә

Николай Чудотворец сиркәүе (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Николай Чудотворец сиркәүе
Николаевский сиркәүе революцияға тиклемге асылмала
Николаевский сиркәүе революцияға тиклемге асылмала
Ил Рәсәй империяһы
Ҡала Новочеркасск,
Дон ғәскәре өлкәһе
Конфессия Православие
Төҙөлөшө 18101812 йылдар
Бөгөнгө хәле юҡҡа сыҡҡан

1812

Николай Чудотворец сиркәүе— элекке Дон Ғәскәре өлкәһендәге Новочеркасск ҡалаһы православие сиркәүе, шулай уҡ Николаевский сиркәүе тип тә билдәле.

Новочеркасскиҙәге Почта урамында бер-береһенән 300 метр йыраҡлығында ике Николаевский сиркәүе торған, уларҙың береһе — Никольский майҙанындағы православие сиркәүе (хәҙерге Левск майҙаны), икенсеһе — Александр баҡсаһы янындағы иҫке обряд сиркәүе[1].

Николаевский сиркәүенең ағас йорто тантаналы рәүештә 1810 йылда 14 авгусында төҙөлә башлаған, ә 1812 йылда төҙөлөп бөткән. Был сиркәү атаман Платовтың күрһәтмәһе буйынса Новочеркасск ҡалаһына көсләп күсерелгән Черкасск Николай сиркәүенә йөрөүселәрҙең талабы буйынса төҙөлгән. Сиркәүҙе инженер-подполковник Ефимов ҡарап төҙөткән, ә рухани Иоанн Долотин 1812 йылдың 22 июлендә сиркәүҙе изгеләндергән.

Таш сиркәү 18211829 йылдарҙа төҙөлгән, һуңынан изгеләндерелгән. Сиркәүҙең ике төкәтмәһе-ҡанаты булған: уң яғы — күп ыҙалар сигеүсе Изге Варвара,ә һул яғы Хоҙай әсәһенең Успениеһына бағышланған. Проект авторы- архитектор Амвросимов, ул сиркәүҙе ампир стилендә төҙөгән. Сиркәү бер ҡатлы, бер көмбәҙле булған, уның бинаһы һәм сиркәүгә төкәтеп һалынған ҡыңғырауҙар манараһы аҡ таштан һалынған.

Сиркәү 1935 йылда ябылған, ә 1939 йылда уның урынында сквер булдырғандар. Хәҙерге ваҡытта бында Левски майҙаны. Майҙанда 1995 йылдың 19 ноябрендә юҡҡа сыҡҡан Николай сиркәүе урынында башта ҙур ағас тәре, һуңыраҡ металдан яһалған тәре ҡуйғандар[2].