Эстәлеккә күсергә

Николай сиркәүе (Гуково-Гнилушево утары)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николай сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1850
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гуково[d] һәм Ростов өлкәһе
Епархия Шахтинская епархия[d]
Рәсми сайт gukovo1.prihod.ru
Карта

Николай сиркәүеРостов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районының Гуково-Гнилушево утарында 1888 йылда төҙөлгән.

Гуково-Гнилушево казактар утары 1885 йылда 89 хужалыҡтан торған. Казактар православ динен яҡлаусы булараҡ, ғибәҙәтханаға ныҡ ихтыяж кисерә. Улар йәмәғәт йыйына йыйылышып ғибәҙәтхана төҙөү тураһында Дон Ғәскәрҙәре өлкәһе идаралығына үтенес ҡағыҙы яҙа. Икенсе көнөнә үк 1885 йылдың 5 июлендә Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Митрофан Гуково-Гнилушево утарында ғибәҙәтхана төҙөүҙе башлау тураһында 5498-се Указға ҡул ҡуя. Ғибәҙәтхананы 1885 йылдың авгусында төҙөй башлайҙар, казактар төҙөлөш материалдары өсөн аҡса иғәнә итә. 1887 йылдың 20 декабрендә рухани Антоний Манохин Дон һәм Новочеркасск архиепскобы Макарийға Гуково утарындағы ғибәҙәтхананың тамамланыуы һәм тулыһынса йыһазландырылыуы тураһында хәбәр итә. 1888 йылдың 5 мартында сиркәү Изгеләндереүсе һәм Мөғжизәләр тыуҙырыусы Николайға бағышланып изгеләндерелә. Изге Синодтың Указы менән 1893 йылдың 24 декабрендә рухани, псаломсы, просфорня штаты раҫлана.

1944 йылдың 1 апрелендә ҡорам Ростов епархияһына кире ҡайтарыла. Николай сиркәүендә 18 сиркәү томы һәм 1888 йылдан метрика китаптары һаҡлана 90 йылдан һуң асылған сиркәүҙә реконструкция үтә. Яңы сиркәүҙе Мәскәүҙән саҡырылған рәссам Лев Николаевич Шархун биҙәй. Сиркәү ихатаһына плитка түшәлгән, өлкәндәр һәм балалар хоры ойошторолған. 2006 йылдың 1 сентябренән ғибәҙәтхана янында балалар һәм өлкәндәр өсөн йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Сиркәүҙә китапхана бар.

Ғибәҙәтхананың биҙәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реконструкциянан һуң ҡорамдың стеналары Инжил сюжеттарына һүрәттәр менән биҙәлә. Иконостас өҫтөндә Покровтың Божья Матерь образы урынлаштырыла. Көмбәҙҙәрендә бер нисә биҙәк һалына: изгеләндереүсе Николай мәйетен күсереү; Изгеләндереүсе Николай тарафынан патриарх Афанасийҙы ҡотҡарыу һ.б. Көмбәҙҙәрен иконалар биҙәй. Ҡорамда күп иконаларҙы күренекле рәссам Волков Иван Иванович эшләгән, шулай уҡ рәссамдар Стадниченко, Михаил Леонидович иконалары ла бар. Реставрация эштәрендә рәссам Старых Геннадий Дмитриевич та ҡатнаша. Ғибәҙәтхананың фасадын рәссам-монументалист Кобцев Леонид Григорьевич башҡарған мозаикалы иконалар биҙәй.

Сиркәү асылған мәлдән алып өлкән священник булып Дмитрий Иоаннович Никольский тора. Ул 1883 йылда руханиҙар ғаиләһендә тыуған Фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1897 йылда башлыҡ менән бүләкләнгән. Өйләнгән, өс балаһы булған. XX быуат башында священник булып Пётр Стефанович Вицинский тора, ул 1884 йылда тыуған. 2-се разряд буйынса Дон дини семинарияһын тамамлаған. Барница менән бүләкләнгән. Өйләнгән, өс балаһы булған.

• 03.04.1946 й. — Иерей Феодор Бочаров

• 10.04.1955 й. — Епархия идаралығы ҡарары менән өлкән священник. Ҡорамдың өлкән священнигы Георгий Махоньков. Икенсе священник Феодор Бочаров.

• 05.12.1955 й. — Ҡорамдың өлкән священнигы Моисей Гуренко.

• 14.04. 1960 й. — Икенсе священник Иоанн Дьячек.

• 29.03.1976 й. — Ҡорамдың өлкән священнигы Яков Курин.

• 29.12. 1976 й. — Ҡорамдың өлкән священнигы Григорий Келеберда.

• 01.09.1978 й. -Ҡорамдың өлкән священнигы Анатолий Абрамов.

• 29.01.1981 й. — Ҡорамдың өлкән священнигы Александр Осяк.

• 25.03. 1985 й. -Ҡорамдың өлкән священнигы Пётр Гладырев.

• 18.08.1986 й. — Дьякон Павел Бобылев.

• 06.06.1987 й. -Ҡорамдың өлкән священнигы Александр Будков.

• 03.05.1995 й. -Ҡорамдың өлкән священнигы Виктор Ольховатов.

• 01.02.2000 й. -Дьякон Дамиан Малыхин.

• 07.07.2006 й. -Дьякон Георгий Трофимов.

• «Есть храм в краю Донском». — Ростов н/Д., Изд-во Ростовской-на-Дону епархии, 2008. — 36 с: ил.

• Калашников, А. Шахтёрский храм / А Калашников // Провинция. — 1995. — 15 сент. — С.3.

• Кудрявцев, В. Николаевская церковь поселка Гуково — Гнилушевнского / В. В. Кудрявцев // Сулинская земля: страницы истории. — Ростов н /Д., 1999. — С. 150—153.

• Литвиненко, А. Они живут одной семьей: О прошлом и настоящем х. Гуково / А. Литвиненко // Криница. — 2002. — 11 дек.

• Мякинченко, В. Николаевская церковь / В. А. Мякинченко // Сулин и сулинцы: слов. — справ. — Красный Сулин, 2002. — С. 69.

• Яковлев, В. Хутор Гуково: К 200-летию со дня основания / В. Яковлев // Криница. — 2002. — 19 июля.

http://ru.wikipedia.org/

• Soboru. Ru

• Krsulin.ru