Никуличевтар йорто
Никуличевтар йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1910 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Устье[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Ust-Kubinsky District[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | улица Коммунаров, 1 |
Никуличевтар йорто Викимилектә |
Никуличевтар йорто — Вологда өлкәһе Усть Кубинский районының Устье урамында XX быуат башында төҙөлгән ике ҡатлы торлаҡ йорт. Төбәк әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы. Әлеге ваҡытта йортто йәш архитектор Иван Магарев тейешле тәрбиә күрһәтеү бурысы менән шәхси милкенә һатып ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике ҡатлы айырым йорт архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә һәм XX быуат башында эклектика элементтары менән боронғо Русь стилендә төҙөлә. Бейек тәҙрәләре, башнялары һәм шпилдәре менән йорт шулай уҡ буй етмәҫлек булып күренә[2].
100 йылдан ашыу унда сауҙагәр Иван Никуличевтың сауҙа йорто урынлаша, Никуличев ағас киҫеү, быяла, синкаль-химия, кирбес заводтарына хужа була, буксир һәм тауар-пассажир пароходтарына эйә була. Капиталының күләме, активтарының һаны һәм сауҙа әйләнеше буйынса Никуличевтарҙың Устьела, хатта Вологдала тиңе булмай[3].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йорта бола, шулай уҡ совет власы осоронда ҡуйылған ваҡытлы бүлкәләргә ҡарамаҫтан, бина тулыһынса үткәндәрҙең тарихы менән тулы. Беренсе ҡатта таш арка түшәмдәр төҙөлгән һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған, икенсе ҡатта бордюр һылау биҙәктәре һәм люстралар өсөн матур розеткалар менән түбәлектәр һаҡланған.
Ҡоролмала ҙур үтеп йөрөү бүлмәләре бар, улар күрше бәләкәй бүләмәләр менән йәнәш. Ҡайһы бер тәҙрәләре беҙҙең көндәргә тиклем сүкеп яһалған биктәре менән килеп еткән, ишектәре үҙенсәлекле орнаменттан ғибәрәт. Йорт тәҙрәләренән Устье ауылының үҙәк өлөшөнә, Николай Мириликийский ҡорамына матур күренеш асыла. Сауҙагәр йортоноң өҫкө ҡатына күп баҫҡыслы күтәрмә алып бара. Бында ул иҫкергән, әммә тергеҙеүгә бара. Йорт бүлмәләре ҙур камин-мейестәр менән йылытыла, улар юғары оҫталыҡ менән сығарылған һәм бөгөнгө көнгә тиклем емерелмәгән, хатта плитаһы тигеҙ һәм ныҡ тора[4].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы революциянан һуң Никуличевтарҙың сауҙа йорто йәшәүҙән туҡтай, ә йорттоң бүлмәләрен тапшыралар һәм китапхана урынлаштыралар. Һуңыраҡ был бина ауыл хужалығы предприятиеһына күсә, ул ваҡыт үтеү менән бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртә: Ленин исемендәге совхоз, «Русь», «Вологда картуфы».
2020 йылда Никуличевтар йортон бинаға яңы тормош биреү теләге менән Вологданың йәш архитекторы Иван Магарев һатып ала, ул йорттоң бүлмәләрендә кафе һәм күргәҙмә залдары менән туристик -ҙәк асырға ниәтләнә. Тәүге айҙарҙа хужа йортто тәртипкә килтереү менән мәшғүл була. Тик сарҙағынан ғына бер тоннанан артыҡ ҡош тиҙәге сығарыла[5].
Документтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства Вологодской Области № 687 от 21.07.2006
- ↑ Просмотр В вологодском селе занялись реставрацией «замка» купца Никуличева . newsvo.ru — новости Вологодской области. Дата обращения: 15 ноябрь 2020.
- ↑ Тайны устьянского замка . Дата обращения: 15 ноябрь 2020.
- ↑ Дом купца Никуличева будет восстановлен в селе Устье - Информационно-рекламная газета «Наша Вологда» . Дата обращения: 15 ноябрь 2020. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ В вологодском селе занялись реставрацией «замка» купца Никуличева . Дата обращения: 15 ноябрь 2020.