Эстәлеккә күсергә

Норвег диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Норвегия диңгеҙе битенән йүнәлтелде)
Норвег диңгеҙе
Майҙаны1,4 млн км²
Иң ҙур тәрәнлек3970 м
Уртаса тәрәнлек1600—1750 м
Норвег диңгеҙе
Норвег диңгеҙе
 Норвег диңгеҙе Викимилектә

Норвег диңгеҙе — Скандинавия ярымутрауы, Исландия һәм Ян-Майен утрауҙары араһындағы диңгеҙ[1].

Атлантик йәки Төньяҡ Боҙло океан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Норвег диңгеҙенең сиктәре

Совет һәм рәсәй библиографияһында Төньяҡ Боҙло океандың сиктәре Гренландия — Исландия — Фарер утрауҙары — Шетланд утрауҙары — Норвегия һыҙығы аша үтә, был Норвег диңгеҙен Төньяҡ Боҙло океан составына индерә. Көнбайыш сығанаҡтарҙа, айырым әйткәндә Бөтә донъя гидрография ойошмаһы терминологияһында, Төньяҡ Боҙло океандың сиктәре Гренландия — Исландия — Шпицберген — Айыу утрауы — Норвегия һыҙығы буйлап үтә, был инде Норвег диңгеҙен Атлантик океан составына керҙерергә хоҡуҡ бирә[2].

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — 1,4 млн км², тәрәнлеге — 3970 метрға тиклем (уртаса тәрәнлек — 1600—1750 м), һыу ҡалҡыуының үлсәме — 3,3 метрға тиклем, тоҙлолоғо — яҡынса 35 ‰. Норвег диңгеҙе тереклегенең көн итеүенә йылы Норвег ағымы (Гольфстримдың дауамы) ҙур әһәмиәткә эйә; был ағым арҡаһында диңгеҙ ҡышын туңмай. Норвегия ярҙарында бик бәләкәй тәрәнлектәр күҙәтелә.

Иң ҙур утрауҙар: Сёрёйа, Сейланн, Аннёйа, Арнёйя, Рингвассёй, Сёр-Квалёй, Квалёйа, Сенья, Вестеролен утрауҙары, Лофотен утрауҙары, Дённа, Вега, Фрёйя, Хитра һәм Смёла.

Диңгеҙҙә балыҡсылыҡ (треска, сельд һ. б. тотоу) һәм нефть сығарыу үҫешкән.

Иң мөһим порттары — Тронхейм, Тромсё һәм Нарвик (барыһы ла Норвегияныҡы).

  1. Норвежское море // Никко — Отолиты. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 18).
  2. Границы океанов и морей, Всемирная гидрографическая организация, 1953 2011 йыл 8 октябрь архивланған.