Эстәлеккә күсергә

Нәфис сәнғәттәр музейы (Ницца)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәфис сәнғәттәр музейы
Нигеҙләү датаһы 1928[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы musée des beaux-arts Jules-Chéret
Дәүләт  Франция
Административ-территориаль берәмек Ницца
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Musée des Beaux-Arts de Nice[d], Ницца
В память о Жюль Шере[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Йылына инеүселәр һаны 27 154[2]
Мираҫ статусы теркәлгән тарихи һәйкәл[d], теркәлгән тарихи һәйкәл[d] һәм исторический памятник классифицированный[d]
Адрес avenue des Baumettes, 33, 06000 Nice
Почта индексы 06000
Рәсми сайт musee-beaux-arts-nice.org
Страница учреждения на Викискладе Musée des Beaux-Arts de Nice
Карта
 Нәфис сәнғәттәр музейы (Ницца) Викимилектә

Нәфис сәнғәттәр музейы — Ницца (Франция) ҡалаһындағы муниципаль музей. Ул 1932 йылда Ниццала вафат булған билдәле рәссам һәм график, хәҙерге плакатҡа нигеҙ һалыусы Жюль Шере исемен йөрөтә. Унда уның әҫәрҙәренең мөһим коллекцияһы ҡуйылған.

1878 йылда кенәз Лев Викторович Кочубей, 1859 йылдан Рәсәй императоры Александр II тайный советнигы, ҡатыны, Елизавета Васильевна менән Ниццаға күсеп килә. Кенәз ҡатыны ер һатып алы һәм уның ҡушыуы буйынса 30 майҙа неоренессанс стилендә йорт төҙөлә башлай[3].

1881 йылда һарай төҙөлөшө тамамланмай әле. Бәлки, яй темптар хужабикәнең уны төҙөлөү стадияһында һатыуына ла сәбәп булғандыр. 1883 йылдың 18 апрелендә бинаны Америка сәнәғәтсеһе Джеймс Томпсон һатып ала. Төҙөлөштөң тамамланыу этабында эштәр менән итальян архитекторы Константин Скала етәкселек итә[4]. Томпсон һарай үҙе теләгәнсә килеп сыҡһан өсөн байтаҡ аҡса һала. Ул 1897 йылдың 11 декабрендә вафат була. 1920 йылда һарай һатыла.

1925 йылда Ницца ҡалаһы властары, унда һынлы сәнғәт музейы ойощтороу маҡсатында, йортто һатып ала. 1928 йылда һарайҙа музейасыла.[5].

Генуя маньеризм стилендәге фасадтар һәм ҡыйыҡ 1976 йылдың 17 декабрендә тарихи һәйкәл тип иғлан ителә.

Франция императоры Наполеон III 1860 йылда, Ниццаның Францияға ҡушылыуы хөрмәтенә ҡалаға бер нисә картина бүләк иткәндән музей арихы башлана. Ул ваҡытта улар ҡала китапханаһында һәм префектура бинаһында урынлаша. Һуңынан, ҡала властары ла Томпсондоң йортон һатып алып, унда музей асҡанға тиклем тағы бер нисә урын алыштыралар[6].

Музей коллекцияһы шәхси коллекционерҙарҙың сәнғәт әйберҙәрен бүләк итеүе һөҙөмтәһендә тулылана.

Музейҙа тупланған сәнғәт предметтарын ике ҡатта күрһәтелә. Беренсе ҡаттағы ике залда XVII—XVIII быуаттар әҫәрҙәре, шул иҫәптән Жан Оноре Фрагонар, Юбер Робер, Донато Крети кеүек рәссамдарҙың эштәре ҡуйылған. Өсөнсө залда Ван Лоо ғаиләһе оҫталарының картиналары урын алған. Уларҙың иң билдәлеһе, 1705 йылда Ниццала тыуған Шарль, батша һарайы рәссамы була. XIX быуаттың салон рәсемдәренә ҙур галерея бағышланған, унан ҡышҡы баҡсаға сығырға мөмкин. Унда Огюст Родендың «Бронза быуаты» скульптураһы урынлашҡан (1877 йыл).

Икенсе ҡатҡа алып менгән баҫҡыстар буйында Жюль Шереның плакаттары ҡуйылған һәм улар өс ай һайын алмашытырлып тора. Юғарғы ҡат XIX быуат — XX быуаттың банындағы һынлы сәнғәткә арналған, шулай уҡ ҡайһы бер скульптура өлгөләре бар. Унда урын алған рәссамдарҙан Пьер Боннар, Люк-Оливье Мерсон, Эжен Буденды, импрессионистар Клод Моне, Альфред Сислейҙы айырып күрһәтергә була. Шулай уҡ тулыһынса Жюль Шере эштәренә бирелгән зал да бар.

Шулай уҡ айырым зал Рауль Дюфи эштәренә бағышланған. Уның ҡатыны, сығышы менән Ниццанан булған Бриссон Эжени, иренең һуңғы эштәреннә торған ҙур коллекцияны тыуған ҡалаһына васыят итә. Унда 28 — майлы, 97 һүрәт һәм гравюра, керамика, туҡымаға төшөрөлгән картина бир[7].

  1. https://www.sothebys.com/en/museums/musee-des-beaux-arts
  2. Министерство культуры Франции Fréquentation des Musées de FranceМинистерство культуры Франции.
  3. Michel Steve, Italianisme en architecture, la Riviera de 1840 à 1940, Edition Grandi, 2000, p.77 et 78 ISBN 2951610815
  4. Des Musée Beaux-de Nice arts : au Du palais musée 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Didier Gayraud, Belles demeures en Riviéra 1835—1930, P.139, Éditions Giletta, Nice, 2005 ISBN 2-915606-20-X
  6. Des Musée Beaux Arts, Edition de Direction des musées Nice, 1986, p.9
  7. журнал «Художество галереяһында. Дюфи», № 73, 2006 г.