Эстәлеккә күсергә

Нәғиб Мәхфүз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәғиб Мәхфрүз
نجيب محفوظ
Тыуған көнө:

11 декабрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡаһирә, Мысыр

Вафат булған көнө:

30 август 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (94 йәш)

Вафат булған урыны:

Ҡаһирә, Мысыр

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, сценарист, драматург

Ижад йылдары:

1932–2005

Йүнәлеше:

романтизм, реализм

Жанр:

роман, хикәйә

Премиялары:

Нобель премияһы — 1988 Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (1988)

Нәғиб Мәхфрүз (ғәр. نجيب محفوظ‎; 11 декабрь 1911 йыл — 30 август 2006 йыл) — Мысыр яҙыусы-романисы, драматург һәм сценарист. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (1988).

Мәхфүз ғаиләһендә етенсе бала булып тыуа, уның үҙенән өлкән дүрт ағаһы һәм ике апаһы булғаны билдәле. Ата-әсәһе тураһында Мәхфүз бик аҙ һөйләгән, атаһы хисапсы йәки бухгалтер булып эшләгән, Мәхфүз атаһын иҫке тәртип кешеһе тип һанаған,ә уның бер баласаҡ дуҫы уның атаһын бик ҡаты кеше ине, тип тасуирлай. Мәхфүз иҫке Ҡаһирәнең үҙәгендә, әл-Джамалия кварталында, тыуған. Бында үткән бала сағы мәңгелеккә илһам сығанағы булып ҡала, тап әл-Джамилия менән күп кенә романдарының йөкмәткеһе бәйле.

Бик үҙенсәлекле була ул район: төрлө ҡатлам кешеләре бик тығыҙ йәшәй: фаҡирҙарҙан байҙарға тиклем, күп балалы ғаиләләр көн күргән ҙур бүлмәләр янында — байҙар йортары. Шуға күрә буласаҡ яҙыусы бала саҡтан мысыр йәмғиәтенең төрлө моделдәрен күреп үҫә, аралаша һәм донъя менән таныша. Шунда уҡ, әл-Джамалияла, Мәхфүздең милләтселек тамырҙары ята (һуңғараҡ уға Салама Мусаның социализмы бик етди йоғонто яһай). Бала саҡта уҡ у 1919 йылда инглиз протекторатына ҡаршы сығыштар шаһиты була. Илдәге милли күтәрелеште Мәхфүз атаһы аша таный: атаһы үҙгәрештәр яҡлы була. Мостафа Камил, Мөхәммәт Фәрит (ингл. Mohammad Farid), Саад Заглул исемдәре Мәхфүз йортонда изгеләрҙән һанала, ә ил дошмандары — атаһының шәхси дошмандары[1]. Ҡаһирә университетында (ул ваҡытта Король Фуада I Университеты) Мәхфүз философия һәм әҙәбиәтте өйрәнә. Мәктәптә Мәхфүз математикала һәм теүәл фәндәрҙә һәләтлелеген күрһәтә, шуға күрә башта ул табип йәки инженер һөнәрен һайларға ниәтләнә. Әммә артабан ул философия менән мауығып китә. 1934 йылда ул философия[2] факультетын тамамлай. Һуңынан ул сәнғәт магистры дәрәжәһен алыу өсөн әҙерләнә башлай, периодик матбуғатта бик күп яҙыша, философия һәм психология темаларына мәҡәләләр баҫтыра.

1972 йылғаса хөкүмәт эштәрендә эшләй. Тәүҙә Египеттың ваҡыф министрлығында(Ministry of Mortmain Endowments), аҙаҡ Сәнғәт бюроһы цензураһында директор вазифаһын башҡара. Һуңғараҡ Мәҙәниәт министрлығында эштәр идараһы консультанты була. Мысыр иле тәртиптәре буйынса Нәғиб Мәхфүз либераль автор булып һанала, уның китаптары исламистарҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра. 1994 йылда яҙыусыға бер фанатик бысаҡ менән ташлана һәм уны ныҡ ҡына яралай[3]. Ошо ваҡиғанан һуң Мәхфүздең һаулығы ҡаҡшай, әммә ул ижад итеүен дауам итә.

Вафаты һәм ерләнеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың июлендә Мәхфүз ҡолап, башын йәрәхәтләй һәм хәстәханаға эләгә. 2006 йылдың 30 авгусында[4]вафат була, башҡаса үҙ йортона ҡайтмай. Күҙҙәре күрмәгәнгә ҡарамаҫтан, ул һаман яҙыуын дауам итә. Бик ҡаты сирләй. 2006 йылда ул әҙәбиәт буйынса иң оло Нобель премияһы лауреаты һәм шулай уҡ ғәрәп телендә ижад иткән берҙән-бер Нобель премияһы лауреаты була. 2006 йылдың 31 авгусында Әл-Рашдан мәсетендә тантаналы рәүештә ерләнә.

Мәхфүз Нәғибтең тәүге әҫәрҙәрен «Әл-маджалла әл-джадида» журналында уның редакторы, билдәле Мысыр журналисы Салама Муса баҫтыра. Муса йәш Мәхфүзгә ныҡ тәьҫир итә, ул яҙа башлаған саҡта, Муса уға «Һинең потенциалың бар. Тик үҫештермәгәнһең генә», — тигәнref>Лауреаты Нобелевской премии по литературе — Н. Махфуз. Интервью The Paris Review, № 123, 1992]</ref>. Беренсе новеллалар йыйынтығы («Иҫәрлек бышылдауы») 1938 йылда нәшер ителә[5]. Унан һуң бер нисә тарихи роман, улар романтик манерала яҙылған була һәм фараондар хакимлығы осорона бағышлана («Хеопс аҡылы», «Нубий Родописы», «Фивалар көрәше»). Европала Мәхфүз «Ҡаһирә трилогияһы» сыҡҡандан һуң, 1950-се йылдар аҙағында, билдәлелек ала. Ҡаһирә ғаиләһенең өс быуын вәкилдәрен һүрәтләп, автор Мысыр тарихының социаль һәм сәйәси ваҡиғаларын күрһәтә.

1960-сы йылдарҙа Мәхфүздең ижадында үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, ул бәләкәй күләмле хикәйәләр яҙа башлай һәм күберәк символдар менән эш итә. Йәмғиәт үҫеше менән барлыҡҡа килгән бошоноу һәм ғазапланыу тойғолары, кеше үҙен яңғыҙ һәм бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойоуы: «Бур һәм эттәр» (1961), «Хоҙай донъяһы» (1963), «Бүҙәнәләр һәм көҙ» (1964), «Юл» (1964), «Фаҡир» (1965), «Нил өҫтөндә һайрашыу» (1966), «Ҡара бесәй тавернаһы» (1968), «Баллы ай» (1971) кеүек әҫәрҙәрендә тасуирлана.

Дөйөм алғанда, Мәхфүз биш тиҫтә роман һәм повестар, йөҙҙән ашыу хикәйәләр ижад иткән. Аҙаҡҡы китабы 2005 йылда нәшер ителә — «Етенсе ҡат» йыйынтығы. «Родопис», «Мирамар пансионаты», «Хөрмәтле әфәнде» китаптары «Заманса проза оҫталары» серияһында Валерия Кирпиченко тәржемәһендә сығалар. Вафатынан һуң урыҫ телендә «Бөйөклөк тантанаһы» (2008) һәм «Ибн Фаттума сәйәхәте» (2009) романдары баҫтырыла. Инглиз теленән «Хеопс аҡылы» романы тәржемә ителә (2007).

1988 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы тапшырыла. Бик күп романдары экранизациялана. Улар мысыр илдәрендә популярлыҡ менән файҙалана. Ҡаһирәлә уға бронзанан һәйкәл ҡуйылған.

Тәнҡитселәр уның ижадын дүрт ҙур осорға бүләләр. Беренсеһе —тарих, романтик прозаһы осоро, икенсеһе — реализм һәм натурализм прозаһы, өсөнсө осорға тәнҡитселәр Мәхфүздең модернизм һәм эксперименталь әҙәбиәте жанрҙарындағы эштәрен иҫкә алалар, ә дүртенселә — яҙыусының традицион формаларҙы ҡулланыуға ынтылышын билдәләйҙәр, ошо уҡ осорҙа ул «эпизодик романдар» ижад итә (ингл episodic novel). Әммә был бүленеш шартлы ғына. Сөнки Мәхфүздең әҫәрҙәре бер ниндәй сиктәргә һыйырлыҡ булмай, уның ижад эстетикаһын алдан билдәләрлек түгел. Миҫал итеп автор ижадының реализм түбәһе тип иҫәпләнгән «Ҡаһирә трилогияһын» (ингл. Cairo Trilogy) телгә алып була, әммә әлеге әҫәрҙә лә модернизм сағылыштары һиҙелә[5].

  • «Иҫәрлек бышылдауы» (1938)
  • «Яҙмыш уйыны» (урыҫ тәржемәһендә инглиз исмем һаҡланған — «Хеопс аҡылы») (1939)
  • «Родопис» (1943)
  • «Фивалар көрәше» (1944)
  • «Яңы Ҡаһирә» (роман буйынса фильм — «Утыҙынсы йылдар Ҡаһирәһе»)(1945)
  • «Әл-Халил хан» (1946)
  • «Мидакк тыҡрығы» (1947)
  • «Башы һәм аҙағы» (1949)
  • «Ике һарай араһында» — трилогияның беренсе романы, 1956—1957 йылдарҙа нәшер ителә.
  • «Хыял һарайы» —трилогияның икенсе романы
  • «Шәкәр йорт» — трилогияның өсөнсө романы
  • «Беҙҙең урам риүәйәттәре» (икенсе тәржемәлә «Беҙҙең урам балалары») (1959)
  • «Көҙгө бүҙәнәләр» (1964), урыҫса тәржемәһе — В. Э. Шагаль һәм Н.Рабинович. — М., 1965.
  • «Нил өҫтөндә һайрашыу» (1966)
  • «Мирамар пансионы» (1966)
  • «Көҙгөләр» (1972)
  • «Хөрмәтле әфәнде» (1975)
  • «Хәрәүиштәр эпопеяһы» (1977)
  • «Торжество возвышенного» (1981)
  • «Мең төндәрҙең төндәре» (1982)
  • «Хеопс аҡылы» (оригиналда «Яҙмыш уйыны»)
  • «Ибн Фаттума сәйәхәте» (1983)

Новеллалар йыйынтыҡтары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Иҫәрлек бышылдауы» (1938)
  • «Хоҙай донъяһы» (1963)
  • «Алама данлы йорт» (1965)
  • «Ҡара бесәй тавернаһы» (1968)
  • «Лапаҫ аҫтында» (1969)
  1. Naguib Mahfouz: The Pursuit of Meaning. Rasheed El-Enany. Routledge, 17 дек. 2003 г. — Всего страниц: 288, стр.1-7
  2. Naguib Mahfouz on his English publisher’s website 2007 йыл 25 август архивланған.
  3. President pays tribute to Mahfouz, BBC News (30 August 2006).
  4. Robert D. McFadden. Naguib Mahfouz, Chronicler of Arab Lives, Dies at 94 (August 30, 2006). 25 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  5. Naguib Mahfouz: The Pursuit of Meaning. Rasheed El-Enany. Routledge, 17 дек. 2003 г. — Всего страниц: 288, стр.xi-xii
  • Кирпиченко В. Н. Нагиб Махфуз — эмир арабского романа. — М.: Наука; Восточная литература, 1992. — 301 с. — ISBN 5-02-017458-0