ОПОРА России
"ОПОРА России" | |
Тип |
Йәмәғәт берекмәһе |
---|---|
Нигеҙләү йылы | |
Нигеҙләүселәр |
Рәсәйҙәң эшҡыуарҙар ойошмалары берләшмәһе (НП «Опора») |
Урыны | |
Төп фигуралар |
Борисов Сергей Ренатович, Бречалов Александр Владимирович, Калинин Александр Сергеевич, Корочкин Владислав Леонтьевич, Сигал Павел Абрамович |
Ағзалар һаны |
450 меңдән ашыу |
Веб-сайт |
«ОПОРА России» Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы — 450 мең самаһы эшҡыуарҙы һәм башҡа гражданды, 100-ҙән ашыу тармаҡ союздарын, ассоциацияларҙы һәм гильдияларҙы үҙ эсенә алған Рәсәй йәмәғәт берекмәһе. Рәсәй Федерацияһының 85 төбәгендә ойошманың төбәк бүлексәһе эшләй[1].
«ОПОРА России» 2002 йылдың 18 сентябрендә ойошторола. Ойоштороусы булып Рәсәйҙең Эшҡыуарлыҡ ойошмалары берекмәһе тора (НП «Опора»).
Маҡсаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эшҡыуарҙарға һәм башҡа граждандарға Рәсәй Федерацияһында иҡтисадтың һөҙөмтәле үҫешен тәьмин иткән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн ыңғай сәйәси, иҡтисади, хоҡуҡи һәм башҡа шарттар формалаштырыуҙа ҡатнашыу өсөн берләшеүгә ярҙам итеү.
- Бөтә кимәлдәге власть алдында бәләкәй һәм урта бизнес мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау.
Төп бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«ОПОРА России» артыҡ административ барьерҙарҙы кәметеү, дәүләт контроль органдары тикшереүҙәрен тәртипкә килтереү, эшҡыуарҙар берләшмәһенең һәм төрлө кимәлдәге власть органдары вәкилдәренең һәм тармаҡтарҙың «күләгәнән» сығыуы, һалым ауырлығын кәметеү, отчет биреү процедураларын ябайлаштырыу өсөн сығыш яһай.
Төп бурыстарҙы «ОПОРА России» аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу аша хәл итә. Мәҫәлән, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ климатын өйрәнеү[2], бәләкәй бизнесҡа ябайлаштырылған һалым режимын эшләү[3].
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәхси эшҡыуарҙар өсөн социаль түләүҙәр, атап әйткәндә, 2013 йылда дөйөм страховка иғәнәләренең артыуы «ОПОРА России» ҡултамғалар йыйып, һуңынан уларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путинға ебәргәндән һуң, һиҙелерлек үҙгәртелә[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы
- Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Официальный сайт Общероссийской общественной организации малого и среднего предпринимательства «Опора России»(недоступная ссылка)
- ↑ Ирина Парфентьева. «Опора России» проверила, на чём стоит // Коммерсантъ. — № 107 (4648) — 16.06.2011
- ↑ Татьяна Зыкова. Любовь к патенту // «Российская газета» — Столичный выпуск. — № 5292 (213). — 22.09.2010
- ↑ «Страховые взносы для „бедных“ ИП сократят» Российская газета от 14.06.2013