Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1994 |
Урынлашыуы | Обливы станицаһы, Ростов өлкәһе, Рәсәй |
Директор | Лымарева В.М. |
Сайт | oblivsk.ru/muzei.htm |
Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Обливы станицаһындағы музей[1].
Музейҙың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Обливы тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1994 йылда булдырыла. Уны асыу тантанаһын станицаның 250 йыллыҡ юбилейына тура килтерәләр. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы элгәре 2-се төп дөйөм урта белем биреү мәктәбенең музейы булған, уны күп йылдар дауамында РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Вера Филеевна Авсецина булдырған булған[2]. 1994 йылда мәктәп музейының ҡайһы бер экспонаттары тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итеп тапшырыла.
Музейҙа Обливы станицаһы һәм Обливы районының тарихы менән танышырға мөмкин, боронғо көнкүреш әйберҙәрен һәм фотографияларын, урындағы рәссамдарҙың картиналарын, декоратив-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәрен, гербарийҙар, бик күп ҡош һәм хайуандар толобо, һәм энтузиастар йыйып музейға тапшырған бик күп башҡа предметтар күрергә мөмкин. Музей фондында яҡынса 2000 экспонат иҫәпләнә[3]. Обливы районы халҡы йыл һайын музей фондын тулыландыра, боронғо казак көнкүреш әйберҙәрен, фотографиялар, китаптар, гәзит, журналдар бүләк итеп килтерәләр. Музей хеҙмәткәрҙәре экскурсиялар, край тарихы тураһында лекциялар үткәрәләр, Обливы районына бағышланған күргәҙмәләр һәм фотокүргәҙмәләр ойошторалар[4][5][6].
Адресы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ошо адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Обливы районы, Обливы станицаһы, Ленин урамы, й. 21б. Боронғо сауҙагәр Дементьев йортонда урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Реестр музеев Ростовской области
- ↑ АВСЕЦИНА ВЕРА ФИЛЕЕВНА — почетный гражданин ст. 2021 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ Проверка муниципального бюджетного учреждения культуры Обливского сельского поселения «Обливский краеведческий музей» Ростовской области(недоступная ссылка)
- ↑ Туризм в Донском крае
- ↑ В Обливской школьники помогают краеведческому музею изучать историю Ростовской области
- ↑ Районная краеведческая конференция
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Обливский краеведческий музей 2016 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- Краеведческий музей (Обливская) на Викимапии