Облив ҡарбузы байрамы
Облив ҡарбузы байрамы | |
---|---|
Рәсми | эйе |
Раҫланған | 2014 йыл |
Башланған ваҡыты | августа |
Арналған | ҡарбуз уңышын йыйыуға |
Облив ҡарбузы байрамы — 2014 йылдарҙа ойошторолған сара. Күңелле байрам йыл һайын Ростов өлкәһе Облив районының Облив станицаһы үҙәк майҙанында үткәрелә[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Облив Ҡарбуз көнө Облив станицаһының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Үҙ мәлендә станица, нигеҙҙә, өс яҡтан һыу менән уратылған була. Һуңыраҡ һыу киңлектәре ҙур булмаған күл, һыу ҡултыҡтарына әйләнә. Был ҡомло һәм балсыҡ ҡатыш ҡомло тупраҡтың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. Бындай уңайлы шарттарҙа ҡарбуз үҫә башлай. Станицанан алыҫ булмаған урында казак ҡарбуз баҙарҙары ойошторолған, унда ҡарбуз килтереп һатҡандар.
Байрам үҙе 2014 йылда Облив станицаһына нигеҙ һалыуға 270 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Ул байрам 2014 йылдың 20 сентябрендә билдәләнде. Ҡарбуз байрамын иң яҡшы рекламалауға конкурс ойошторолдо. Бөтә еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң яҡшы эмблемаға, таҡмаҡҡа һәм байрамға арналған шиғырға конкурс үткәрелде. Конкурс иң яҡшы балалар коляскалары һәм велосипедтар парадына ла конкурс уҙҙы. Байрам 2015 йылдың 22 авгусында[2], ә 2016 йылда — 13 августа үтте. Был сарала Ростов өлкәһе губернаторы урынбаҫары Вячеслав Николаевич Василенко ҡатнашты[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фестиваль арбуза в День станицы 2017 йыл 26 март архивланған.
- ↑ Праздник обливского арбуза(недоступная ссылка)
- ↑ Праздник «День обливского арбуза-2016» 2016 йыл 19 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ростов фестивальный — август 2017 йыл 26 март архивланған.