Одесса катакомбалары
Одесса катакомбалары | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Одесса өлкәһе |
Майҙан | 4,67 гектар |
Рәсми сайт | catacombs.od.ua |
Одесса катакомбалары Викимилектә |
Одесса катакомбалары — Одесса һәм уның эргә-тирәһендә урынлашҡан ҙур ер аҫты лабиринты. Катакомбаларҙың ҙур өлөшө — элекке төҙөлөштә ҡулланылған тау тоҡомдарын эшкәртеү урындары, уларҙа ҡабырсаҡташ (эзбизташ) йәки ҡабырсаҡ тоҡомло таштар сығарылған. 1998 йылда Одесса катакомбаларының оҙонлоғо яҡынса 2,5 мең киломтер була[1][2].
XX быуат ер аҫты диуарҙары инженер-геология хәл-торошоноң ҡапыл ҡатмарланыуына сәбәпсе була. Ҡаланың боронғо өлөшөнөң 40 проценты эшкәртелгән территория өҫтөндә урынлашҡан һәм бында 100-ҙән ашыу ер убылыуы күҙәтелә.
Одесса катакомбаларының ҙур өлөшө (95-97 проценты) төҙөлөш төҙөлөш таштары сығарыу урыны булып тора, шуға күрә, йәш Одессаны «Һары ҡала» тип атайҙар. Шулай уҡ катакомбалар системаһына тәбиғи барлыҡҡа килгән ятҡылыҡтар — карст һәм дилатансион мәмерйәләр, геология разведкаһә һәм төҙөлөш шурфтары, подвалдар, бункерҙар, дренаж тоннелдәр, ямғыр коллекторҙары һәм башҡа ер аҫты ҡыуышлыҡтары инә.
Беренсе ер аҫты таш эшкәртеү сығанаҡтары XIX быуаттың тәүге яртыһында, Одессаның ҡыҙыу төҙөлөшө ваҡытында, арзан төҙөлөш материалдары — эзбизташ сығанағы булараҡ барлыҡҡа килә. Таш сығарыу бысҡы ярҙамында тормошҡа ашырыла, һәм шул тиклем көслө була, хатта XIX быуаттың икенсе яртыһында ер аҫты ҡыуышлыҡтары ҡалаға уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра башлай.
Революциянан һуңғы йылдарҙа ер ултырыуы, биналар емерелеүе һөҙөмтәһендә ҡала эсендә (Старопортофранковский — Новорыбная урамдары сиктәрендә) таш сығарыу тыйыла.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында катакомбалар совет партизандары, атап әйткәндә, В. А. Молодцов отряды өсөн йәшенеү урыны булып хеҙмәт итә. Валентин Катаев үҙенең «Ҡара диңгеҙ тулҡындары» әҫәрендә совет партизандарының Одесса һәм Усатовоаҫтында катакомбаларҙында немец ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышыуын һүрәтләй.
1961 йылда партизан хәрәкәте тарихын өйрәнеү өсөн «Эҙләнеү» спелестология клубы[3] ойошторола, ул һуңғы йылдарҙа катакомбаларҙың картаға индерелгән райондары сиктәрен һиҙелерлек киңәйтә.
XXI быуат башында Яңы Дофиновка, Булдынка, Фомин йырынында урынлашҡан шахталарҙа эзбизташ табыу дауам итә. Шулай итеп, бөгөн дә Одесса катакомбаларының оҙонлоғо арта.
Даими рәүештә катакомбаларҙа кешеләр ҙә, нигеҙҙә, балалар, авантюристар һәм урындағы халыҡ юғала. Уларҙы эҙләү ике-өс көн дауам итә һәм һәр саҡ уңышлы булмай[4]. 2012 йылдың ғинуарында унда серле рәүештә Константин Шариков юғала, уны эҙләү бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑
- ↑ Пронин Константин Константинович . Украинская спелеологическая ассоциация (4 апрель 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2015. Архивировано 28 октябрь 2015 года. 2015 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Пронин Константин Константинович . Украинская спелеологическая ассоциация (4 апрель 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2015. Архивировано 28 октябрь 2015 года. 2015 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Короткая хроника спасработ в катакомбах Фоминой балки в 2013 году - Одесские катакомбы . catacombs.od.ua. Дата обращения: 24 август 2017.
- ↑ История спасработ в катакомбах Холодной Балки в январе 2012 года - Одесские катакомбы . catacombs.od.ua. Дата обращения: 23 август 2017.