Эстәлеккә күсергә

Одесса университетының зоология музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одесса университетының зоология музейы
Нигеҙләү датаһы 1865
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Одесса
Адрес Биологический факультет, Шампанский переулок, 2, г. Одесса, 65058
Почта индексы 65058
Рәсми сайт onu.edu.ua/uk/culture/mu…
Карта
 Одесса университетының зоология музейы Викимилектә

Одесса университетының зоология музейы, ЗМОУ (укр. Зоологічний музей Одеського університету) — Илья Мечников исемендәге Одесса университетының белем биреү һәм ғилми-мәғариф үҙәге, университеетта эшләп килгән зоология музейы

Музейҙың тулы исеме — Илья Мечников исемендәге Одесса милли университетының Зоология музейы (ЗМОУ, Зоологический музей Одесского национального университета имени Ильи Мечникова). Ғилми баҫмаларҙа Акронимус музейы тип телгә алына.[1] Ҡыҫҡа исеме: ЗМОУ (кирилицала) һәм ZMOU (латиницала).

Одесса университетының зоология музейы Украинаның һәм дөйөм алғанда Украина университеттары музейҙары залдарының майҙаны буйынса иң ҙуры булып тора. Бинаның дөйөм майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыу. (Мәҫәлән, Киев университетының зоология музейының майҙаны ни бары - 300 квадрат метр.)

Штатта 7 хеҙмәткәр эшләй. Музей директоры булып Гидробиология һәм дөйөм экология кафедраһы мөдире биология фәнәре докторы Владимир Лобков эшләй.

Музейҙың адресы: Шампанский тыҡрығы 2, Одесса, 65058, Украина.

Музей эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Белем таратыу эшмәкәрлеге (музейға килеүселәр менән эшләү); Белем биреү эшмәкәрлеге (студенттар менән шөғөлләнеү);Фәнни эшмәкәрлек (фауна һәм фән тарихын тикшереү); Тыуған яҡты өйрәнеү эше (музей эргәһендә Александр Браунерҙың исемендәге фонд эшләп килә); Нәшриәт эшмәкәрлеге (университет һәм башҡа баҫмаларҙы ғилми хеҙмәттәр даими рәүештә баҫылып тора).

Музейҙа һәр ике йыл һайын музей хеҙмәткәрҙәре көсө менән Причерноморье фаунаһы һәм тематикаһына арналған (хайуандар, һунар, миграция, ҡаҙылма байлыҡтар) Александр Браунерҙың биографияһын өйрәнеүгә арналған «Браункер уҡыуҙары» үткәрә.

2017 йылдың көҙөндә "Зоологик коллекциялар, иҫәпкә алыу һәм образдарҙы идентификациялау" темаһына арналған Териологик мәктәп-семинарҙы уҙғарыу үҙәгенең береһе булды.[2]

  1. Загороднюк І., Шидловський І. Акроніми зоологічних колекцій України // Зоологічні колекції та музеї / ННПМ НАН України. Київ, 2014. С. 33–43.
  2. XXІV Теріологічна школа (2017). Зоологічні колекції: збір, облік та ідентифікація зразків. 4-8 жовтня 2017 р. // Теріологічна школа. Веб-сайт Українського теріологічного товариства НАН України. 03.10.2017