Олбрайттарҙың мемориаль йорто
| Библиотека | |
| Ил | |
| Урыны | Пенсильвания штаты, Лакаванна округы, Скрантон |
| Архитектура стиле | Шатоэск |
| Архитектор | Эдвард Бродхед Грин |
| Төҙөлөшө | ???—1893 йылдар |
| Сайт | Рәсми сайт |
Олбрайттарҙың мемориаль йорто (ингл. Albright Memorial Building, шулай уҡ Скрантондың Асыҡ китапханаһы ― АҠШ-тың Пенсильвания штаты, Лакаванна округы Скрантон ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы.
1890 йылда проектланған һәм 1893 йыл башында төҙөлгән ике ҡатлы йорт L хәрефе формаһында. Индиана эзбизташынан һәм Мәҙинә ҡомташынан күтәрелгән. Бинаның архитектура стилендә Шатоэск.элементтары өҫтөнлөк итә. Йорт ике төҙөлмәнән: төп, 11 метрға 40 метр ҙурлыҡтағы һәм уға тура мөйөш булып тоташҡан 9 метрға 16 метр ҙурлыҡтағы ҡанаттан тора.
Бина Green & Wicks нью-йорк фирмаһы архитекторҙары проекты буйынса төҙөлгән. Уны төҙөүгә иғәнә аҡсаны, уны ата-әсәһе иҫтәлегенә арнаусы, эшҡыуар һәм филантроп Джон Дж. Олбрайт (ул Скрантонда тыуған һәм һуңғараҡ Буффалоға күсеп киткән) биргән. Джон Олбрайт шулай уҡ Буффалолағы Олбрайт-Нокс сәнғәт галереяһына ла[1] нигеҙ һалыусы булып тора.
1978 йылда Олбрайттарҙың мемориаль йорто АҠШ-тың милли тарихи урындары милли реестрына[2] индерелгән.
АҠШ-тың Милли тарихи урындары милли реестрында иҫәптә торған (беренсе ғилми) элекке Христос сиркәүе шулай уҡ хәҙер Скрантон ҡалаһының Балалар китапханаһы булып хеҙмәт итә. Уның бинаһы Төп китапхананан туранан-тура көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Витраждар
- Икенсе ҡаттағы уҡыу залы
- Бина эсендәге һырлау эштәре
- Тәүге китапханасы Генри Джеймс Карр иҫтәлегенә мемориаль таҡта
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ National Historic Landmarks & National Register of Historic Places in Pennsylvania (Searchable database). CRGIS: Cultural Resources Geographic Information System. 2007 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ National Register of Historic Places.