Олениндар йорто (Пушкин)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Олениндар йорто
Нигеҙләү датаһы 1828
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пушкин[d]
Архитектура стиле Классицизм
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Адрес (DEPRECATED) Q20826554

Олениндар йорто — Пушкин ҡалаһындағы тарихи бина. 1828 йылда төҙөлгән. Асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты[1][2]. Пушкин урамы, 1/17-се йорт, Һарай урамы мөйөшөндә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт 1828 йылда архитектор В.М. Горностаев тарафынан батша һарайында мейес яғыусы Агафонов өсөн төҙөлә. 1831 йылдан йорт Олениндар ғаиләһенә ҡарай. Уларҙың йортонда А.С. Пушкин йыш була. 1845 йылда тол ғәмәли статский советник ҡатыны В.А. Оленина ҡушыуы буйынса архитектор Н.С. Никитин мезонин менән ағас өҫ яғын төҙөй. 1907 йылда йортта Свято-Троицкий общинаһы шәфҡәт туташтарының шифаханаһы урынлаша. Бинаны үҙгәртеп төҙөгәндә инженер Лундберг мезонинды көмбәҙле манараға үҙгәртеп ҡора. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән община шунда 15 яугирлек ҙур булмаған лазарет йыһазландыра. Октябрь революцияһынан һуң йортта шулай уҡ шифахана урынлаша. 1921 йылда унда Анна Ахматова йәшәй. Нәҡ ошо шифаханала ул тәүге ире Николай Гумилевтың һәм ҡустыһы Андрей Горенконың һәләк булыуы тураһында ишетә[3][4].

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йорт ике ҡатлы, фасады менән ике урамға сыға. Йорттоң мөйөшө түңәрәкләнгән, уны көмбәҙ менән манара ослай. 1999 йылда манарала Пушкин әкиәтендәге алтын әтәсте символлаштырған әтәс ҡиәфәтендә флюгер ҡуйыла, ул Пушкиндың юбилейына ҡалаға бүләк ителә[3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дом Олениных (Санаторий Свято-Троицкой общины сестер милосердия) (с садом), где в 1921 году жила А.А. Ахматова. КГИОП Санкт-Петербурга. 9 июль 2018 тикшерелгән.
  2. Приказ председателя КГИОП № 15 от 20.02.2001
  3. 3,0 3,1 Пушкинская 1 / Дворцовая 17. Дом Олениных (Дом Агафонова). Энциклопедия Царского Села. 9 июль 2018 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Дом Олениных - Санаторий Свято-Троицкой Общины сестер милосердия. citywalls.ru. 9 июль 2018 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]