Олоғортау (һырт)
Уҡыу көйләүҙәре
| Олоғортау | |
|---|---|
| Характеристики | |
| Оҙонлоғо | 16 км |
| Киңлеге | 3 км |
| Бейек нөктәләре | |
| Абсолют бейеклеге | 656 м |
| Урынлашыуы | |
| 52°33′15″ с. ш. 57°58′43″ в. д.HGЯO | |
| Ил | |
| РФ субъекты | Башҡортостан |
| Тау системаһы | Урал тауҙары |
Олоғортау — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил районы буйлап Икстимер йылғаһы киңлек бүлеменән Ҡараһаҙ йылғаһы (икеһе лә — Оло Ҡыҙыл йылға бассейны) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо яҡынса 16 км, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 656 м. 458—656 м бейеклектәге 7 түбәһе айырылып тора (Морон, Сағылтау, Ҡаратау тауҙары). Рельефы тәпәш таулы, ҡатмарлы. Һырт төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә билән м‑н бүленгән. Төньяҡ өлөшөнөң битләүҙәре текә, осло башлы түбәләре бар, көньяҡ өлөшө — һөҙәк. Олотау свитаһының туффиттарынан, саҡматашлы һәүерташтарынан һәм йылайыр свитаһының граувактарынан ғибәрәт.
Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)