Эстәлеккә күсергә

Орден (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Орден
Нигеҙләү датаһы 1884
Атамаһы Орден
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q97016454?
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 14 (26) ғинуар 1884
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Осколки[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Орден  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1884 йылдың 14 ғинуарында «Осколки» журналының 2-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Орден Святой Анны
Знак Императорского и Царского Ордена Св. Станислава 1-й степени
Файл:Орден св владимира 1 ст.jpg
Звезда и знак ордена Святого Владимира 1-й степени на орденской ленте

А. П. Чеховтың «Орден» хикәйәһе 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1884 йылдың 14 ғинуарында «Осколки» журналының 2-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы меән баҫылып сыға, 1886 йылда А. Ф. Маркс нәшер иткән «Пестрые рассказы»баҫмаһына инә.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, поляк, серб-хорват, фин һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

«Орден» хикәйһе тураһында яҡшы һәм насар мәҡәләләр тәнҡиттә баҫылып сыға. Тәнҡитсе Ф. Змиев «Орден» хикәйәһен «һис шикһеҙ оҫталығы күренеп торған хикәйәләргә индерә»[2]. К. Арсеньев көләмәс элементтарын билдәләй: «Еңел генә, бер минутлыҡ һоҡланып ҡарауҙы тыуҙырған көләмәс тәбиғилек, тормошта булғанлыҡ тураһында бик уйланып тормай; уның әсе өткөс көсө тап бына шулай һәр саҡ тормошҡа тура килмәүсәнлегенә нигеҙләнгән. Тормоштағыса булмаһа ла, мәҫәлән, ике гимназияға әҙерләү мәктәбенең башына бер үк ваҡытта бер үк уй килеү, уның буйынса үҙе яуламаған орденды түшенә ҡаҙау һәм шул биҙәүес менән алдан саҡырылған ҡунаҡҡа барыуы һәм ҡунаҡта уларҙың икеһенең дә өҫтәл артында ҡапма-ҡаршы ултырыуҙары көлкө тыуҙыра — һәм Чехов әфәнде «Орден» хикәйәһен яҙа»[3].

Насар фекерле мәҡәләләр араһында — Ф. Е. Пактовскийҙың мәҡәләһе, унда тәнҡитсе хикәйәне «рәссамдың бары тик бушты-бушҡа бушатҡан» әйбере генә, ти»[4]. Г. Качерец хикәйәне «буш әйбер» һәм «уҡыусынан көлөү» генә тип атай[5].

П. Н. Краснов хикәйәнең йөкмәткеһен Чехов ижадының ҡылыҡһырламаһы менән бәйләй: «Бер ниндәй ҙә эш менән булышмаған кешенең эшһеҙ саҡта кем икәнлеге әҙәпһеҙлек булғанын иҫбатлаусы әҫәр. Ҡайһы саҡ ул көлкөлө форма ала, мәҫәлән, сауҙагәрҙең тыуған көнөнә үҙҙәренеке булмаған орден менән ике уҡытыусының килеүҙәре һәм шунлыҡтан бер-береһенән кисә буйынса йәшеренеп йөрөүҙәре»[6].

  • Лев Николаевич Пустяков, хәрби гимназияға әҙерләү мәктәбенең уҡытыусыһы, коллежский регистратор.
  • Трамблян Юлий Августович, француз, француз теле уҡытыусыһы.
  • Спичкин, бай сауҙагәр

Бер тапҡыр Яңы йыл алдынан бай сауҙагәр Спичкин үҙенә төшкө ашҡа ун алты кешене ҡунаҡҡа саҡыра, улар араһында хәрби прогимназия уҡытыусылары Лев Пустяков һәм Юлий Августович Трамблян да була. Сауҙагәргә ҡунаҡҡа барырҙан алда Пустяков поручик Леденцовтан Станислав орденын кейергә һорап тора, сөнки Спичкин «бик ныҡ ордендар ярата һәм муйынында йә булмаһа петлицаһында берәй нимә ялтырап күренеп тормаған кешеләрҙе ҡәбәхәт тип һанай». Кеше орденын тағып, ул сауҙагәргә ҡунаҡҡа китә.

Сауҙагәрҙең ҡунаҡ өҫтәле артында Пустяков үҙенең хеҙмәттәше, француз теле уҡытыусыһы Трамблянды күрә. Оятҡа ҡалмаҫ өсөн, Пустяков иптәшенән орденын уң ҡулы менән ҡаплап йәшерә. Пустяков ашауҙан баш тарта, бөгөлөп ултыра, бик уңайһыҙ итеп ҡунаҡтарҙы баш эйеп кенә сәләмләй, шунлыҡтан хужа уны иҫереп килгән тип уйлай. Француз да үҙен бик уңайһыҙ тота.

Бер ир эсер алдынан Пустяковтан бокалын Настасья Тимофеевнаға биреүен һорай. Һул ҡулында бокал булғанлыҡтан, тегеһе бокалды уң ҡулына ала һәм уның түшендәге орден күренеп ҡала. Ошо ваҡытта Юлий Августовичты ла бутылканы алып бирергә һорайҙар. Трамблян уң ҡулы менән бутылкаға үрелгән саҡта Пустяков уның түшендәге 3-сө дәрәжә Анна орденын күреп ҡала. Орденды Спичкин да күрә һәм: «Ә-ә-ә... хм!»-ти. Шунан һуң уҡытыусыларҙың икеһенең дә күңеле күтәрелеп китә, ә Пустяков юҡҡа ғына Владимир орденын ҡаҙап килмәгәненә үкенеп ҡуя.

  • Чехов А. П. Орден // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=21
  2. «Новь», 1886, т. XI, № 17, 1 июля, стр. 63
  3. «Вестник Европы», 1887, № 12, стр. 768
  4. Современное общество в произведениях А. П. Чехова. — «Чтения в О-ве любителей русской словесности в память А. С. Пушкина при имп. Казанском ун-те», вып. III, Казань, 1901, стр. 8
  5. Г. Качерец. . Опыт. М., 1902, стр. 7
  6. «Труд», 1895, № 1, стр. 207