Эстәлеккә күсергә

Егор Красильников йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Особняк Егора Красильникова битенән йүнәлтелде)
Иҫтәлекле урын
Егор Красильников йорто
Файл:Е Красильников йорто, 1-се Май урамы, 6,.JPG
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов,
1-се Май урамы, 6
Архитектура стиле Эклектика
Статус Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Егор Красильников йорто — Дондағы Ростовта XIX быуаттың һуңғы сирегендә сауҙагәр Егор Красильниковтың эклектика стилендә төҙөлгән йорто[1]. Йорт 1-се Май һәм 18-се линия урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта унда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй. Егор Красильников йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

1-се Софиев урамындағы (хәҙер 1-се Май урамы) йорт сауҙагәр Егор Красильниковтың заказы буйынса төҙөлә. Йортта ул ғаиләһе менән йәшәй. Өйҙә йыш ҡына балдар үтәрелә, ҡунаҡтар ҡабул ителә. Залдың ике ҡатлы тәҙрәләре 1-се Софиевка урамына ҡараған. Ҡунаҡ залының музыканттар өсөн балюстрадалы галереяһы була. 18-се линия урамы яғында йоҡо, балалар, эш бүлмәләре һәм башҡа бүлмәләр бар. Цоколь ҡатында ярҙамсы бүлмәләр: аш бүлмәһе, кер йыуыу һәм хеҙмәтселәр өсөн бүлмәләр — бар. Ат һарайы, ҡар баҙы, каретник ишек алдында булған.

1922 йылда совет хакимиәте йортто милли милеккә әйләндерә. Йортта асығыусыларға ярҙам күрһәтеү махсус пункты һәм аслыҡтан хәлһеҙләнгән балалар өсөн «Капля молока» тигән һөт таратыу пункты урынлаштырыла. Мәғлүмәттәр буйынса, 1927 йылда йортта ҡатын-кыҙҙар консультацияһы була. 1943 −1954 йылда йортта поликлиника, ә 1954—1976 йылда балалар консультацияһы эшләй. 1976 йылдан бөгөнгәсә бында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй[3]. 2015 йылдың 29 мартында бинала янғын сыҡҡан[4].

Егор Красильников йорто эклектика рухында төҙөлгән. Бер ҡатлы бинаның төп фасады 1-се Май урамына ҡарап тора. Уның урта өлөшө күтәрелеп, аттик менән тамамлана. Йорттоң мөйөштәре дүрт ҡырлы манаралы. Бина бик бай декорлы, һылап һәм штукатурлап биҙәлгән, бында барокко һәм ренессанс ысулдары ҡулланылған. Декоратив элементтары — кронштейндар, филенкалар фриз, гирляндалар, һылап эшләнгән ҡатын-ҡыҙ баштары, Гермес битлектәре, пилястрҙар һәм архивольттар. Йорттоң бер яҡлы һәм ҡапма ҡаршы ҡарап торған ике яҡлы бүлмәләре коридор менән тоташҡан.

  1. Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 91—93. — ISBN 5-8456-0489-3.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 10 октябрь 2013.
  3. Пролетарский район. Памятники архитектуры района. rostov-gorod.ru. Дата обращения: 11 октябрь 2013.
  4. В Ростове горела женская консультация и гаражи 2017 йыл 4 февраль архивланған.