Остеомиелит
Остеомиелит | |
| |
МКБ-10 |
M86. |
---|---|
МКБ-9 |
730 |
MedlinePlus |
000437 |
eMedicine | |
Остеомиелит Викимилектә | |
Остеомиелит (гр. osteon — һөйәк, myeloјs — мейе)— електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе менән бер юлы шешеүе[1]; һөйәктеү кимеге, эргәләге компакт матдәһе һәм һөйәк ярыһының бер юлы шешеүе[2].
Бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Остеомиелит специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ. б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ. б. һөҙөмтәһендә); киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр.
Төп билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөйәктәр ауыртыу, температура күтәрелеү һ. б.
Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сепсис, эренле артрит, һөйәктәрҙең патологик һыныуы һ. б.
Тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диагностика өсөн тикшеренеүҙең инструменталь (рентгенография, радиоизотоп сканерлау, һөйәктең эске баҫымын үлсәү менән елеккә пункция эшләү) һәм лаборотор (пунктатты бактериологик тикшереү) ысулдары файҙаланыла.
Дауалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауалау медикаментоз (антибактериаль, иммунитетты көсәйтеүсе һ. б. препараттар) һәм хирургик (некрэктомия, һөйәк ҡыуышлығын пластик материал менән тултырыу).
Ауырыу буйынса Башҡортостандағы тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда ауырыу проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 40‑сы йылдары уртаһынан медицина университетында үткәрелә: А. А. Полянцев етәкселегендәге пуля менән яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән остеомиелитҡа дауалау ысулдары эшләнә, 70‑се йылдарҙан алып ололарҙа ауырыуҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау (Е. Н. Кель, Р. Х. Мадьяров, В. Ғ. Сәхәүетдинов, Ш. И. Хөсәйенов), шул иҫәптән аутотрансплантаттар ҡулланып дауалау (В. О. Кузнецов), балаларҙа гематоген остеомиелитын дауалау алымдары камиллаштырыла (Ф. Х. Ғәйнанов, А. Г. Лютов һ. б.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. Ф. Усик. ОСТЕОМИЕЛИТ: КЛИНИКА, ДИАГНОСТИКА, ЛЕЧЕНИЕ :учебное пособие для врачей-интернов по специальности "Общая врачебная практика", для системы послевузовского профессионального образования. — Саратов: Наука, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-91272-114-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антибактериальная терапия остеомиелита и артрита 2015 йыл 9 май архивланған.
Был медицина буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |