Оҙон каньон (карьер)
Озеро | |
Оҙон каньон | |
---|---|
Морфометрия | |
Үлсәме | 2 км 200 м × 0,1 км |
Иң тәрән урыны | 50 м |
Уртаса тәрәнләк | 30 м |
Урынлашыуы | |
48°14′ с. ш. 40°20′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: | |
Регистрационный номер в ГКГН: | |
Оҙон каньон — Ростов өлкәһенең Каменский районы биләмәһендә урынлашҡан, һыу баҫҡан карьер[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙон каньон урынында элек таш сығарылған карьер урынлашҡан булған. 1970-се йылдарҙа, экскаватор ярҙамында эш башҡарған ваҡытта, ниндәйҙер планлаштырылмаған хәл килеп тыуа, карьергә һыу тула башлай. Карьергә һыу шундай ҙур тиҙлек менән тула, эшселәр бригадаһы карьер төбөнән техниканы алып өлгөрмәй, техника һыу аҫтында ҡала һәм әле лә шунда[1].
Һүрәтләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙон каньон Ростов өлкәһе объекттары араһында иң ҙур һыу баҫҡан карьер тип иҫәпләнә. Уның биләмәһендә оҙонлоғо 2 километр 200 метр тәшкил иткән күл барлыҡҡа килә. Карьер Чистоозёрное ҡасабаһынан алыҫ түгел, Каменск-Шахтинский ҡалаһынан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдең иң ҙур киңлеге 100 метр тәшкил итә. Һыу ятҡылығының тәрәнлеге яҡынса 30-50 метр. Күлде ер аҫты һыуҙары тулыландыра, хатта һауа температураһы бик юғары булғанда ла ятҡылыҡта һыу һалҡынса булып ҡала. Объекттың ярҙары ҡаялы һәм текә, бейеклеге 40 метрға етә[1].