Палестин йәмғиәте сиркәүе (Таганрог)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Палестин йәмғиәте сиркәүе
| |
Файл:Палестин йәмғиәте сиркәүе (Таганрог)2.png | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Конфессия | Православие |
Архитектура стиле | Эклектика |
Төҙөлөшө | 1888—1988 йылдар |
Бөгөнгө хәле | емерелгән |
Палестин йәмғиәте сиркәүе — Таганрогта Православие Палестина йәмғиәте Император вәкиллеге сиркәүе.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Комсомольск булвары, 39-сы йорт урынында.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Православие Палестина йәмғиәте Император вәкиллеге 1882 йылда ойошторолған. Уның уставының бурыстары булып православныйҙарға Изге ергә хаж ҡылыуға ярҙам итеү, Палестинаны, Көнсығышты фәнни өйрәнеү һәм Яҡын Көнсығыш халыҡтары менән хеҙмәттәшлек итеү торған.
Православие Палестина йәмғиәте Император вәкиллеге Таганрогта 1882 йылда ойошторолған. Уның башында адмиралтействоның генерал-майоры композитор П. И. Чайковскийҙың ҡустыһы — Ипполит Ильич Чайковский (1843—1927) торған. Йәмғиәт хаж ҡылыусыларға ярҙам күрһәткән. Сәфәр ҡылыусылар Изге Ергә һәм Изге Афон тауына Таганрогтан пароходта ебәрелгән. Пароход киткәнде көткән кешеләргә ҡайҙалыр йәшәп торорға урын кәрәк булған. Палестина йәмғиәте ағзаһы Погребенко тәҡдиме буйынса Таганрогта йәшәгән Варвара Андреевна Ищенко үҙенең йортон хажға барыусылар өсөн приют итеп йәмғиәткә бүләк иткән. Йәмғиәт Варвара Андреевнаның бүләген ныҡ шатланып алған, уны Йәмғиәттең Почетлы ағзаһы итеп ҡабул иткәндәр. Тик приютты икенсе урында асҡандар. Приютта Варвара Андреевнаға бүлмә биргәндәр, уны вафат булғансы хөрмәтләп ҡарағандар. Бының өсөн материаль сығымдар уның йортонан килгән керемдәр иҫәбенән барған.
И. И. Чайковский ҡала думаһына сиркәү һәм ғибәҙәт ҡылырға килгән кешеләр өсөн приют төҙөү өсөн ер һорап мөрәжәғәт иткән. Был маҡсатта ҡала Думаһы 1888 йылдың 22 мартында Воронцов ауышлығында 293 кв сажин ер бүлгән. Ҡалала аҡса йыйғандар һәм шул уҡ йылда сәфәр ҡылыусылар өсөн бер ҡатлы йорт һалғандар.
Яңы приютта бер юлы 20 хажға барыусыларға бушлай медицина ярҙамы күрһәтергә һәм йәшәтергә мөмкин булған. Приютта ирҙәр өсөн ун, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ун кешелек бүлмәләр булған. Сиркәүҙе биҙәү өсөн рәссам И. Т. Айвазовский үҙенең «Хождение по водам» картинаһын бүләк иткән (хәҙерге ваҡытта был картина Санкт-Петербургтағы Дәүләт дин тарихы музейында һаҡлана). Рәссамға был бүләге өсөн бөйөк кенәз Сергей Александрович үҙ рәхмәтен белдергән. Есаул Т. К. Волгиндың тол ҡалған сауҙагәр ҡатыны сиркәүгә Хоҙай Әсәһенең һәм Ҡотҡарыусының иконаһын, Инжил, тәре һәм төтөн төтәтеү һауытын хәйер итеп биргән.
1890 йылда приют бик матур хәлгә килтерелгән. Ул ваҡытҡа унда яҡынса 40 кеше йәшәй һәм дауалана алған. Сиркәү янында баҡса ҡорғандар. Сиркәүҙә акафист менән аш бүлмәһе асылған. 1894 йылда И. И. Чайковский ҡаланан киткәс, приютты рухани Иаков Дусыев етәкләгән. 1890-сы йылдарҙа Палестина йәмғиәтенең Таганрог бүлеге рәйесе А.Н. Миллер булған.
Совет власы йылдарында приют ябылған, уның бинаһын торлаҡ йортҡа әйләндергәндәр. Һуңғараҡ уның урынында биш ҡатлы торлаҡ йорт төҙөгәндәр.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитриевский А. А. Императорское Православное Палестинское Общество и его деятельность за истекшую четверть века 1882—1907. М., СПб., 2008, С. 258, 351—352.
- Филевский П. П., История города Таганрога, Таганрог: изд-во "Сфинкс, " 1996 (репринт Москва: Типо-лит. К. Ө. Александрова, 1898), 279—280.
- Гаврюшкин О. П., "Палестинское общество, " Энциклопедия Таганрога, Таганрог: "Антон, " 1998, 384.
- Гусева А. В., "Православное Палестинское общество, " Энциклопедия Таганрога, Таганрог: "Антон, " 1998, 408.
- Кукушин В. С., История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья, Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996, гл. 12: «Исчезнувшие навсегда».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрогское представительство Императорского Православного Палестинского Общества на сайте drevo-info.ru
- Часовня Палестинского общества
- Странноприимный домъ для паломниковъ Палестинскаго общества в Таганроге.