Эстәлеккә күсергә

Папанагиоти йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Папанагиоти йорто (Таганрог)
Папанагиоти йорто
XIX быуаттың икенс яртыһында төҙөлгән ҡоролма
XIX быуаттың икенс яртыһында төҙөлгән ҡоролма
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Итальян тыҡрығы, 18
Беренсе тапҡыр 1860-сы йылдар
Статус архитектура һәйкәле
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

Папанагиоти йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән архитектура һәйкәле. Адресы : Итальян тыҡрығы, 18. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты(301-се ҡарар .18.11.92).

XIX быуаттың икенсе яртыһында Таганрог ҡалаһының Итальян урамында 18-се һанлы ике ҡатлы йорт төҙөлә. 1860-се йылдарҙа йорт грек Дмитрий Папанагиоти вариҫтарыныҡы була. 1880-се йылдарҙа уның вариҫтары йортто Елена Чангли-Чайкинаға һаталар. Еленаның вариҫтары 1890-сы йылдар уртаһына тиклем йортта йәшәй, шунан һуң йортто 1896 йылдың мартында 71-се йәш менән барыусы,үпкә шешенән вафат булған 1-се гильдия сауҙагәре Федор Павлович Сифнео вариҫтары һатып ала. Үҙ ваҡытында саҙагәр Хумсомала Ивановнаға өйләнгән булған. Уларҙың ғаиләһендә 1875 йылдың июлендә Аристед тигән улдары тыуған. Федор Павлович һәм уның ағаһы Таганрогтың иң күп ашлыҡ экспортлаусыһы була.

1915 йылда йорт 12000 һум самаһы тора. Совет власы ваҡытында йорт милли милеккә әйләнә.

Итальян тыҡрығындағы был ике ҡатлы кирбес йорт ослайған кәрнизле һәм ярым подваллы. Фасады буйынса биш тәҙрә бар, бина үҙәгендә архитравтарҙа торған портик эшләнгән. Йорттоң бөтә периметры буйынса беренсе һәм икенсе ҡаттар араһында кәрниз тора. Тәҙрәләре тура мөйөшлө, аҫҡы ҡаттың урталағы өс тәҙрәһе тура мөйөшлө сандриклы һәм икенсе ҡаттың барлыҡ тәҙрәләре кеүек рам менән уратып эшләнгән. Түбәнге ҡаттың тәҙрәләре өҫтө йоҙаҡ һымаҡ. Йортҡа инеү урыны-ишек алдында[1].

Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт, уға инеү урыны йорттоң уң яғына күсереп эшләнгән. Ишек алдына таш бағаналы металл ҡапҡа аша инәләр. Йорт төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып һанала. (301-се ҡарар, 18.11.92.)

  • Рыбалкин А. А. Итальянский переулок // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 370. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  • Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2012. ISBN 978-5-904585-27-3.
  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
  • Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с. — ISBN 978-966-8324-70-3.
  • Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809—1812.
  1. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.