Эстәлеккә күсергә

Паравани

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паравани
Рәсем
Илдәрҙә объекттың бассейны Грузия
Бассейн майҙаны 234 км²
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2073 метр
Вертикаль тәрәнлеге 3,3 метр
Майҙан 37,5 км²
Күләме 0,091 км³
Карта
 Паравани Викимилектә

Паравани (груз. ფარავნის ტბა pʰɑˈrɑvnis tʰbɑ) — Грузияның көньяғында Самцхе-Джавахети крайындағы күл, Ниноцминд муниципалитеты биләмәһендә, Джавахет һәм Самсар[1][2] һырттары араһында ята. Илдәге иң ҙур күл.

Географияһы һәм гидрографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл диңгеҙ кимәленән 2073 м бейеклектә ята, майҙаны — 37,5 км², уның максималь һәм уртаса тәрәнлеге ярашлы рәүештә 3,3 метрҙан 2,2 метрға тиклем. Күлдең күләме — 91 млн кубометр һыу. Иң юғары һыу кимәле октябрҙә һәм ноябрҙә, ә иң түбәне — май һәм июнь айҙарында. Ҡышын күл туңа һәм боҙ ҡалынлығы 73 см-ға барып етә[3].

Ул Шаора[2], Сабадосцкали һәм Родионовскисцкали йылғалары, шулай уҡ ер аҫты һыуҙары ярҙамында тулылана.

Күлдән Паравани йылғаһы — Кура йылғаһының уң ҡушылдығы ағып сыға.

2010 йылдың 9 апрелендә Грузия[4] президенты Михаил Саакашвили меморандумға ҡул ҡуя, уның маҡсаты — Самцхе-Джавахети крайында, Ахалкалаки ҡалаһы янында яңы Параван ГЭС-ын[4] төҙөү.

  1. Apkhazava, I. Ed. Georgian Encyclopedia. Vol. X. Tbilisi, Georgia: 1985.
  2. 2,0 2,1 Лист карты K-38-51 Они. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1990 г.
  3. Apkhazava, I. Ed. Georgian Encyclopedia. Vol. X. Tbilisi, Georgia: 1985.
  4. 4,0 4,1 Президент Грузии вместо отставки построит в стране новую ГЭС, РИАНОВОСТИ (13:48 10/04/2009). 29 август 2010 тикшерелгән.