Парето законы
Парето законы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Вильфредо Парето[d] |
---|---|
Нәшер ителеү ваҡыты | 1896 |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Джозеф Джуран[d] |
Етештереү урыны | Лозаннский университет[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Өлөшләтә тура килә | Lindy Effect[d][1] |
Парето законы Викимилектә |
Парето законы (Парето принцибы, 80/20 принцибы[2]) — эмпирик ҡағиҙә, иҡтисадсы һәм социолог Вильфредо Парето хөрмәтенә аталған, дөйөмләштереп әйткәндә, «тырышлыҡтың 20 проценты 80 % һөҙөмтә бирә, ҡалған 80 % тырышлыҡ — бары тик 20 % һөҙөмтәгә өлгәшә». Ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелек факторҙарына һәм тормошҡа ашыуына анализ яһағанда төп ҡағиҙә булараҡ ҡулланылыуы ихтимал: иң мөһим эштәрҙең минимумын дөрөҫ итеп һайлап, планлаштырылған тулы һөҙөмтәнең ҙур өлөшөнә өлгәшеү, эштәрҙе артабан яҡшыртыуҙың һөҙөмтәһе бик түбән һәм урынһыҙ булыуы мөмкин (Паретоның кәкре һыҙығына ярашлы).
Был законда килтерелгән һандарҙы һис шикһеҙ теүәл һандар тип һанарға ярамай: был бары тик мнемоника ҡағиҙәһе. Парето итальян йорт хужалары араһында килемдәр бүленешенең аныҡ структураһын асыҡлаған, һөҙөмтәлә 20 һәм 80 һандары килеп сыҡҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джозеф Джуран үҙенең мәҡәләләрендә, итальян иҡтисадсыһы һәм социологы Вильфредо Парето 1897 йылда асҡан принципҡа һылтанып, Парето законын универсаль принцип булараҡ тәҡдим итә. Джуран 1951 йылда сифат буйынса беренсе китабында Парето принцибын аңлатып бирә. Аҙаҡ Джуран «Mea culpa» мәҡәләһендә был фекергә ниндәй юлдар менән килеүен аңлата. Ә бит Парето бер ниндәй принцип та тәҡдим итмәй, ул Италияла халыҡ килеменең бүленешендә күҙәтелгән аныҡ кумулятив бәйлелекте тикшерә. Ғәмәлдә Парето тормошта килемдәрҙең тигеҙ бүленмәүенең сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен тикшерә. Кумулятив бүленештең тигеҙ булмауы дәрәжәһенең тағы ла бер күрһәткесе — Джини коэффициенты, уны 1912 йылда итальян иҡтисадсыһы һәм социологы Коррадо Джини тәҡдим итә.
Парето законын ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Законды төп ҡулланыу өлкәһе — иҡтисад һәм менеджмент, ул шулай уҡ политологияла ла ҡулланыла[3].
Парето принцибы компьютер RISC-процессорҙары идеяһы нигеҙендә ята (хәйер, был идея авторҙары шундай принцип булыуын белеүҙәре билдәһеҙ, бәлки, уны үҙҙәре ҡабаттан уйлап тапҡандыр). Шул уҡ 20/80 ҡағиҙәһе процессор эшенә ҡарата ҡулланыла. Процессорҙың бик күп комадаларынан 20 процент иң күп ҡулланылғандары ғына ҡалдырыла, шулай итеп компьютер эше ябайлаштырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кох, Ричард. 80/20 принциптары [пер ингл.] — М., Экс, 2012. — Бөтә биттәр: 443. ISBN 5699517030, ISBN 9785699517039
- Ричард Кох. Пареть 80/20 закондар һәм принциптар (неопра.). — Тәржемәһе һәм аңлатмалары менән скляревский мәҡәләләр өҙөктәрен ҡыҫҡартып мәҡәләләр давыдова а е «һ социология кәмеүсе эҙмә-эҙлелек була: факттарға аңлатмалар, прогнозы» өҫтәмә сифатында. 15 февралдә мөрәжәғәттәр 2010 дата. Көндө 23 август 2011 йыл.
- Тимур Василенко. 80/20 тураһындағы миф (неопра.) (декабрь 2004). — Математик анализ Принцибы Пареть. 15 февралдә мөрәжәғәттәр 2010 дата. Көндө 23 август 2011 йыл.
- В. А. Королёв. Тәбиғәт принциптары тураһында Пареть (неопра.). 15 февралдә мөрәжәғәттәр 2010 дата. Көндө 23 август 2011 йыл.