Паризио виллаһы
Паризио виллаһы | |
Дәүләт | Мальта |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Лия[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ |
Паризио виллаһы Викимилектә |
Паризио Виллаһы — Лиджа ауылындағы вилла. Ул 16 быуатта Мускати ғаиләһе тарафынан төҙөлгән һәм һөҙөмтәлә Паризио, де Пиро һәм Стрикленд ғаиләләре ҡулына күсә. Әлеге ваҡытта ул Стрикленд фонды резиденцияһы, шулай уҡ Хорниолд-Стрикленд Роберт һәм уның ғаиләһенең йорто булып тора. Мейбл Стрикленд Паризио виллаһын 1943 йылда һатып ала. Ул Стрикленд Фондын булдырған ваҡытта фонд резиденцияһының теләһә ниндәй ваҡытта Мальтаның икенсе урынына күсә алыуы тураһында пунктты ла ҡалдыра.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паризио виллаһы яҡынса 16 быуатта Мускати ғаиләһенең йәйге резиденцияһы булараҡ төҙөлгән, тип иҫәпләнә[1]. Бина тураһында иң тәүге тапҡыр телгә 1567 йылда алына. 1797 йылда ул Паоло Паризио Мускатиға мираҫ итеп бирелә, уның вафатынан һуң 1841 йылда ҡатыны Мускати Антон ға күсә. Вилла лорд Стриклендың ҡатыны Стрикленд Маргарет тарафынан 1938 йылда һатып алына[2].
Вилланы һуңғараҡ, 1943 йылда, Мейбл Стрикленд һатып ала һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем (1988 йыл) тиклем шунда йәшәй[2]. Әле бында 1979 йылда Мейбл нигеҙ һалынған Стрикленд фонды урынлашҡан. Уның тарафынан шулай уҡ 1935 йылда Times of Malta гәзитенә нигеҙ һалына[3].
Әлеге ваҡытта виллаға милекселек хоҡуғына Стрикленд фонды һәм Стриклен Мейблдың берҙән-бер вариҫы Хорниолд-Стрикленд Роберт дәғүә итә[4].
Баҡсалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вилла биләмәһендә әфлисун һәм зәйтүн ағастары булған шәхси баҡса бар[5][1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Саммут, Салву Infakkru l-memorja ta’ Ms. Mabel Strickland (мальт.) // Festa tas-Salvatur 2013. — Soċjetà Sant’Andrija Villa Lija A.D. 1880, 2013. — № 19. — С. 99—100. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
- ↑ 2,0 2,1 Вилла Паризио и Фонд Стрикленда . user.orbit.net.mt. Дата обращения: 1 октябрь 2015. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Фонд Стрикленда отмечает 25-летие, Times of Malta (12 август 2004). 1 октябрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Посредничество виллы Паризио терпит неудачу, наследники Стрикленда возвращаются в суд, Malta Today (4 март 2015). 1 октябрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Верховный комиссар посылает королеве мальтийские апельсины, Gozo News (4 декабрь 2012). 1 октябрь 2015 тикшерелгән.