Парсма
Уҡыу көйләүҙәре
| Парсма | |
| груз. ფარსმა | |
| Рәсми атамаһы | ფარსმა |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Ахметский муниципалитет[d] |
| Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00[d] |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2100 метр |
| Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Парсма - груз. ფარსმა - Грузияның тарихи Тушети төбәгендәге Ахмет муниципалитетының ауылы [1] 2018 йылдың 10 июлендә ауыл Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].
2014 йылда Грузияла халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ауылда бер кем дә йәшәмәй [3] .
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парсма көнсығыш Грузияның Тушети төбәгендәге Кахети районында Пирикити йәмәғәтендә урынлашҡан. Омало ауылынан 40 км самаһы алыҫлыҡта, Пирикити Алазани йылғаһының һул ярында юл буйындағы убаларҙа урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат архив яҙмаларынан күренеүенсә, Парсма Пирикити йәмәғәтенең үҙәк ауылы булған. Ҡәлғә башта зиндан итеп төҙөлгән. Ауылда ҡомартҡы булып ҡалған ҡоролмалар байтаҡ:
- Сиркәү - урта быуаттарҙың тамамланыу осоронда ауылдың көнсығыш осонда, зыяраттан йыраҡ түгел төҙөлгән. Суйырташтан һалынған. Ҡыйығы, көнсығыш диуары емерелгән. Ишеге ҡабырға яғынан. Көньяҡ һәм төньяҡ диуарҙарында берәр тәҙрә [5]
- Башня - урта быуаттарҙың тамамланыу осоронда ауылдың төньяҡ-көнбайышында һалынған. Дүрт ҡатлы, квадрат рәүешле призма , өҫкә табан ныҡ тарая. Ишеге ерҙән 3 метр бейклектә, көнбайыш яҡтан ҡалдырылған [6]
- Өс нығытма - ауылда зиндан итеп тотолған ике нығытма - алты, береһе ете ҡатлы.
- Быларҙан тыш ауылда Торгвадзелар, Сулакауриҙар ғаиләләренең нығытмалары һаҡланған.
- Ауылда шулай уҡ Изге Георгий һәм Изге Теодор ҡорамдары булған.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ახმეტის მუნიციპალიტეტის მერიის დებულების დამტკიცების შესახებ 2019 йыл 16 июль архивланған. www.matsne.gov.ge
- ↑ საქართველოს მთავრობის დადგენილება №364, კულტურული მემკვიდრეობის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის განსაზღვრის შესახებ
- ↑ ახმეტის მუნიციპალიტეტის მერიის დებულების დამტკიცების შესახებ 2019 йыл 16 июль архивланған. www.matsne.gov.ge
- ↑ ფარსმა tushetipl.ge
- ↑ Парсма
- ↑ Парсма
