Косово Республикаһы гражданының паспорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Косово Республикаһы гражданының паспорты — өлөшләтә танылған Косово Республикаһы граждандарының сит илгә сығыу өсөн бирелә торған документы. Шулай уҡ шәхес таныҡлығы һәм Косово Республикаһы гражданлығын раҫлаусы документ та булып хеҙмәт итә. Паспорт биреү Косово Республикаһы Эске эштәр министрлығы компетенцияһына ҡайтарылып ҡала. Дипломатик паспорттарҙы Сит ил эштәр министрлығы тапшыра. Өлкәндәргә паспорт ун йыллыҡ мөҙҙәткә бирелә. Беренсе паспорт 2008 йылдың 30 июлендә сығарылған[1][2].

Паспорттың тышлығы ҡараһыу күк төҫтә һәм унда Косово Республикаһы гербы төшөрөлгән, яҙыуҙары албан, серб һәм инглиз телдәрендә.

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косовоның бәхәсле статусы арҡаһында, Косово паспорты бөтә дәүләттәр тарафынан да танылған тип әйтеп булмай, хатта ҡайһы бер илдәргә уның буйынса инеү мөмкин дә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, Косово граждандарының уның бойондороҡһоҙлоғон һәм Косово Республикаһы паспорттарын рәсми рәүештә танымаған илдәргә инеү осраҡтары теркәлгән.

91 дәүләт Косовоның бойондороҡһоҙлоғон таный һәм үҙ территорияһына Косово паспорты буйынса инергә рөхсәт бирә:

Греция һәм Словакия Косово бойондороҡһоҙлоғон танымаһалар ҙа, республика властары биргән паспорттарҙы иҫәпкә алыуҙары.тураһында рәсми рәүештә иғлан итте.

Косово Республикаһы паспорттарын рәсми рәүештә танымаған илдәргә инеү осраҡтары теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, был дәүләттәргә инеү рәсми ғәмәл һаналмай, һәм әлеге тәжрибәнең ҡабатланырына бер ниндәй ҙә гарантия юҡ.

     Косово     Косово бойондороҡһоҙлоғон таныған илдәр     Косовоны танымаған, әммә уның паспортын таныған илдәр     Косово паспортын рәсми рәүештә танымаһа ла, уларға Косово документы менән инеү осраҡтары теркәлгән илдәр

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]