Пассаж (Вологда)
Пассаж | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | улица Возрождения (М. Ульяновой), 2 |
Пассаж Викимилектә |
Төбәк ахитектураһы ҡомартҡыһы
«Пассаж» ҡунаҡханаһы — XVIII быуат аҙағында Вологда өлкәһенең Вологда ҡалаһында төҙөлгән ике ҡатлы айырым йорт. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттағы «Пассаж» ҡунаҡханаһы хәҙер торған урында элек Таш күпер манараһы торған булған. Бында сауҙа рәттәре 1820 йылда өҫтәлгән, улар губернаның беренсе архитекторы Бортников Петр проекты буйынса төҙөлгән булған. Сауҙа рәттәренең архитектураһы шул тиклем уңышлы сыҡҡан, артабан уның элементтарын ярым түңәрәк фасадлы «Пассаж» ҡунаҡханаһын төҙөү өсөн нигеҙ итеп алғандар.
«Пассаж»дың еренсе ҡатында ҡунаҡхана номерҙары, ә икенсе ҡатында — магазин һәм ресторандар торған. Вологда ҡалаһына килгән ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү кимәле буйынса «Пассаж» өсөнсө урында була («Алтын якорь» һәм «Эрмитаж» ҡунаҡханаларынан ҡала). 1909 йылда бинаның эсе үҙгәртеп ҡорола. «Пассаж» хужалары үҙҙәренең ҡунаҡханаһында йәшәүселәр өсөн ресторандарын ҡалалағы иң шәп ресторан тип иҫәпләй.
Йорттоң аҫҡы ҡатын сауҙа кибеттәре биләй — унда бакалея, колониаль, парфюмерия һәм гастрономия кибеттәре һатыу итә. Бында лимон, әфлисун, мандарин, ҡырым емеш-еләктәре һатылған.
1918 йылда «Төньяҡ анархистары федерацияһы» бинала үҙҙәренең штаб-квартираһын ойоштора. Йортто большевиктар штурмлап уларҙан тартып ала. Вологданың 100 анархисы ҡулға алына һәм 24 сәғәт эсендә ҡаланан ҡыуып сығарыла[1].
1929 йылға тиклем бинала тиклем Вологда ВКП(б)-ның өйәҙ комитеты һәм өйәҙ башҡарма комитеты урынлаша һәм эшләй. Артабан бында ҡала 1-се поликлиникаһының медицина кабинеттары урынлаша. 2012 йылда бинала реставрация һәм ремонт эштәре үткрелә. Ҡала властары «Пассаж»да туристик үҙәк, ҡунаҡхана һәм ресторан асыуҙы планлаштыра.
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Пассаж» ҡунаҡхана бинаһы XVIII быуат аҙағында Золотуха йылғаһы янында төҙөлгән Каруанһарайҙың бер өлөшө булған була. Быға нигеҙҙе дүрт манаранан торған композиция һала, шуларҙың икәүһе Сенная (хәҙер Революция) майҙаны яғында урынлашҡан була. 1810 йыл башында нәҡ ошо өлөшкә төкәтмә итеп сауҙа рәттәре булдырыла. Бина хәҙерге замандағы төҫ-ҡиәфәтен XIX быуат аҙағында яңы хужаһы Х. П. Кузнецов ҡулы аҫтында торғанда ала.
1991 йылда бинаға төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡы статусы бирелә.
Документ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приказ от 28.11.2018 г. № 384-О г. Вологда. «Об утверждении границ территорий объектов культурного наследия, расположенных на территории города Вологды» (неопр.).
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гостиница «Пассаж» в Вологде | Лаперуз (рус.). Дата обращения: 15 ноябрь 2020.