Паткуль йорто
Паткуль йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1854 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пушкин[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Паткуль йорто Викимилектә |
Паткуль йорто — Пушкин ҡалаһында тарихи бина. 1854 йылда төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Урта урамы, 8-се йорт. Шулай уҡ усадьба комплексы составына Кесе урам, 13-сө йорт адресы буйынса флигель инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башында хәҙерге заманса йорт урынында һарай яны хеҙмәтсеһе Терентьевтың мезонин менән ағас йорт урынлашҡан булған. 1848 йылдан участканы Паткуль Мария Александровна биләй. Яңы ағас йортто төҙөү И. А. Монигетти проекты буйынса 1854 йылда башлана, төҙөлөш менән И.А. Видов етәкселек итә. Иҫке йорт шул уҡ ваҡытта участка ситенә, Кесе урамға күсерелә, һәм йорттоң флигеле була. Участка тирәләй ҡапҡалар менән ағас ҡоймалар эшләйҙәр. Флигель 1881 йылда ҡорола, архитектор. Н. С.Никитин проекты буйынса мезонин тулыһынса икенсе ҡат итеп үҙгәртеп төҙөлә[1][2].
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң төп йортта 2-се һанлы балалар баҡсаһы, һуңыраҡ — айнытҡыс, паспорт өҫтәле урынлаша. Әлеге ваҡытта бинаны Пушкин районының Торлаҡ агентлығы һәм кафе (подвалда) биләй. 1950 йылдарҙа участка төпкөлөндә күп фатирлы йорт төҙөлә, был элекке усадьбаның планировкаһын боҙа. Кәртә менән ҡапҡалар ҙа һаҡланмаған. 1990 —2000 йылдарҙа йорт тирәләй тағы ла 5 яңы торлаҡ йорт төҙөлә. Мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә булған йорттоң флигеле 2012 йылдың сентябрендә һүтеп алына. Йорт 2015 йылда тергеҙелә, әммә тыштан ғына ул ағас менән көпләнгән, ә йорт үҙе кирбестән яңынан төҙөлгән[1][3].
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асимметрик йорт. Ул йәй йәшәү өсөн тәғәйенләнгән, тәҙрәләре ҡояш нурҙары йортҡа көнө буйына төшөп торорлоҡ итеп урынлашҡан Фасадтарын биҙәлеше таш архитектура алымдарына оҡшаған. Йортта бер нисә эркер, балкон, мөйөш башня -мезонин бар. Фасадтар бай семәрле биҙәктәр менән башҡарылған. Ҡапҡастары менән ишектәре, һылап яһалған фриздары, кәрниздәре һаҡланған[1][2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Средняя 8. Усадьба Паткуль . Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 1 июль 2018. 2018 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Усадьба М. А. Паткуль . citywalls.ru. Дата обращения: 1 июль 2018.
- ↑ Новодел дома Паткуль на Малой улице в Пушкине заселят в 2016 году . kanoner.com (27 ноябрь 2015). Дата обращения: 1 июль 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Средняя 8. Усадьба Паткуль . Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 1 июль 2018. 2018 йыл 2 июль архивланған.
- Усадьба М. А. Паткуль . citywalls.ru. Дата обращения: 1 июль 2018.