Эстәлеккә күсергә

Патров йылғаһы үҙәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Патров йылғаһы үҙәне
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вытегорский район[d]
Карта
 Патров йылғаһы үҙәне Викимилектә

Патров йылғаһы үҙәне — төбәк әһәмиәтендәге геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Патров йылғаһы Тагажма йылғаһы тамағынан әҙ генә өҫтәрәк һул яры яғынан Вологда өлкәһе Вытегорский районының Захарьино ауылы ҡаршыһындағы территорияһына барып ҡоя. Был геологик ҡомартҡының ҡиммәте булып карбон ваҡытың ҡом-балсыҡ ҡатламдары тораП.

«Патров йылғаһы үҙәне» тәбиғәт ҡомартҡыһы аҫтындағы 20,4 гектар дөйөм майҙан Вологда өлкә халыҡ депутаттары советының «Вытегорск районында дәүләт заказнигы һәм өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын раҫлау тураһында» № 602 ҡарары менән бүленгән (31.10.1983), шуға ярашлы өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау ойошторола.

Вологда өлкәһе Хөкүмәтенең № 555 ҡарары нигеҙендә 29.05.2012 йылда Вологда өлкәһенең Вытегорский районында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһындағы положение раҫлана, һәм унда был тәбиғәт ҡомартҡыһы ла инә.

Ҡомло ҡаялар
Үҙәнендә

Геологияһы һәм урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Патров йылғаһы Захарченко ауылы ҡаршыһындағы Тагажма йығаһының тамағынан әҙ генә өҫтәрәк һул яғынан килеп ҡушыла. Был бәләкәй йылға үҙәненең яр буйҙаарында карбон ваҡытының ҡомло-балсыҡлы ултырмалары ер өҫтөнә ҡалҡып сығып тора[1].

Йылға үҙәненә киңлеге 50 метрҙан 100 метрға тиклем етә, уның шулай уҡ һыубаҫар буйҙары бар, әммә улар террасалы түгелдәр. Патрово ауылы янында тәрән соҡор бар һәм ул йылға үҙәненә төшөп тора, уң битләүҙәре ҡыуаҡлыҡ һәм ваҡ урман менән ҡапланған, һул битләүендә ауыш ҡатламлы ҡалын тупраҡ. Был соҡорҙоң оҙонлоғо 50 метр самаһы тәшкил итә, һикәлтәле ярының бейеклеге 6 — 8 метр булып, соҡорҙоң түбәһе булып тамамлана. Соҡорҙоң эске өлөшөн амфитеатр рәүешендә булып балсыҡ һәм ҡом ҡушылмалары ағып төшөп тултырған[2].

Ташкүмер барлыҡҡа килеү дәүеренең Патровтағы ҡомло-балсыҡлы тупрағы үҙән ярҙарында ла табыла. Патрово ауылына яҡын ғына урында ауыш ҡатламлы кварц ҡомдарының тәрән өлөштәре ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан, был ҡатлам 15 метрға һуҙылған. Ҡатлам өҫтөндә буяу балсығы һәм юғары сыҙамлы балсыҡ ята.

Был тәрән ҡатламдың киҫелгән ерҙәрендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән дефляциялар формалары күҙәтелә — ҡатламда кәрниздәрҙе, соҡорҙарҙы, бураҙналарҙы, елгә ашалыу күҙәнәктәрен күҙәтергә мөмкин. Елгә кибеп ашалыу процесы бына бик йылдам бара, бында текә ярынан емерелеп төшөүҙән йыйылған материалдар бар, уларҙы яйлап ҡына үҫемлектәр донъяһы ҡаплап бара[3].

1948 йылда ҡорос һәм суйын ҡойоу өсөн ҡулланырға мөмкин булған Патров кварц ҡомо ятҡылыҡтары Вытегорский районының файҙалы ҡаҙылмалары реестрында индерелә. Был ҡомдоң составы уны быяла сәнәғәте өсөн сеймал сығанағы сифатында ҡулланырға ла мөмкинлек бирә. Ҡатламдың һары төҫтә булыуы уның составында тимер булыуын да иҫбатлап тора[4].

Үҙәндең төбөндә һыубаҫар туғай бар, унда ваҡ ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар осрай. Үҙәндең битләүҙәрендә ерек, ҡайын, муйыл һәм миләш ағастары үҫә.

Был тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙың төп сәбәпсеһе булып Патровтағы түбәнге карбон тоҡомдарының ер өҫтөнә сығып торған өлөштәре тора, шулай уҡ бында рекреация һәм туризмды ойоштороу өсөн шарттар булдырыу ҙа бик мөһим мәсьәлә.

Был тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы Вологда өлкәһенең тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау департаменты башҡара[5].

Постановление Правительства Вологодской области от 29.05.2012 г. № 555 г. Вологда. «Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях в Вытегорском районе Вологодской области".

  1. dummy. COM_MTREE_OPENGRAPH_TITLE_VIEWLINK (рус.). Дата обращения: 2 декабрь 2020. 2020 йыл 2 август архивланған.
  2. https://russia.travel/objects/310046/. Дата обращения: 2 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
  3. Топ 30 — памятники природы Вологодской области (рус.) (3 ноябрь 2019). Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  4. Долина ручья Патров | Добро пожаловать в Вологодскую область. Дата обращения: 2 декабрь 2020.
  5. Долина ручья Патров | ООПТ России. Дата обращения: 2 декабрь 2020.