Пачиси
Пачиси | |
Пачиси Викимилектә |
Пачиси (һинд पचीसी; «пачис»тан — «егерме биш») — өҫтәл уйыны, 4000 йылдан ашыу элек Һиндостанда барлыҡҡа килгән. Уйын өҫтәле тәре рәүешендә күҙ алдына баҫа, уйынсылар фишкаларҙы күсерә. Фишкаларҙың нисә шаҡмаҡҡҡа күсеүен, биш, алты йәки ете каури ҡабырсаҡты ташлап билдәләнә[1] . Һиндостандың милли уйыны тип иҫәпләнә[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйын тураһында беренсе белешмә һәм пачиси уйыны ҡорамалары һинд сығынаҡтары һәм археологик ҡаҙыныуҙар буйынса беҙҙең эраға тиклем өс мең йыл элек табылған. Уйын өҫтәленең хәҙерге күренеше XVI быуаттан ғына билдәле. Шулай уҡ боронғораҡ пачиси уйын өҫтәленең формаһы башҡаса булған: улар йә ташҡа баҫылған уйын өҫтәле, йә туҡымаға төшөрөлгән һүрәт, беҙҙең эраға тиклем өс мең йыл элек билдәле[1].
Филолог Ирвинг Финкел яҙыуынса, Бөйөк Әкбәр пачиси уйынын хас батшаларса уйнаған. Уйындың өҫтәле ҙур майҙанды хәтерләткән. Бында Әкбәр һәм уның ярандары пачиси уйнағандар; фигураларҙы кәүҙәләндергән һәм уйынсылар төҫөндә кейенгән ун алты йәш ҡол квадраттар буйынса шылып йөрөгәндәр. Батша был уйын менән шул тиклем мауыҡҡан һәм ул ошондай ҙур масштабтағы уйын майҙансыҡтарын үҙенең бөтә һарайҙарында төҙөткән, уларҙың ҡалдыҡтары Аграла һәм Аллаһабадта һаҡланған.
Уйындың бер версияһы булып, шулай уҡ боронғо сығышлы чаупар уйыны тора[3][4].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйындың исеме «пачис» һүҙенән (һинд телендә «егерме биш» аңлата) килеп сыҡҡан. Был һан — уйындың традицион вариантында бер ташлауҙа максималь мәрәйҙәр һанын эшләү мөмкинселеге[1]. Уйындың башҡа варианттарында мәрәйҙәр һаны күберәк булыуы мөмкин.
Уйын ҡағиҙәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пачиси уйынында уйынсылар һаны ике, өс йәки дүрт кеше буылыуы мөмкин. Ғәҙәттә, дүрт кеше уйнағанда, уйынсылар ике командаға бүленә[5].
Ике кеше уйнағанда, һәр уйынсы, төҫтәре менән айырылған дүрт фишка ала. Уйын башында, фишкалар уйын майҙансығының үҙәк квадратына урынлаштырыла. Уйынсыларҙың бурысы — беренсе булып барлыҡ фишкалар менән бөтә яланды урап сығыу. Үҙенең сиратында уйынсы алты каури ҡабырсағын ташлай, мәрәйҙәр һаны, ҡабырсаҡтарҙың тишектәре менән өҫкә ҡарап ятыуҙары буйынса, билдәләнә. Уйынсы алты йә унан күберәк мәрәй эшләһә, ул өҫтәмә фишка ташларға хоҡуҡ ала.
Каури | Мәрәй | Өҫтәмә ташлау |
---|---|---|
0 | 25 | |
1 | 10 | |
2 | 2 | |
3 | 3 | |
4 | 4 | |
5 | 5 | |
6 | 6 |
Бер тапҡыр ташлағандан һуң уйын өҫтәлендә булған бер фишканы күсерегә мөмкин. Өҫтәмә фишка алыу өсөн, 6 мәрәй ташларға кәрәк. Әгәр фишканың күсеүе башҡа уйынсының фишкаһы торған шаҡмаҡта туҡтаһа, сит фишка үҙәк квадратҡа ҡайтарыла, тик был квадраттың «замок» - шаҡмаҡ булмауы шарт. Майҙанды урау, үҙәк шаҡмаҡҡа ҡайтыу менән тамамлана, шул уҡ ваҡытта уйынсы теүәл мәрәй һаны ташларға тейеш.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самолет шахматы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Brown, William Norman. India and Indology / Edited by Rosane Rocher. — Motilal Banarsidass, 1978.
- ↑ Finkel, Irving. Round and Round the Houses: The Game of Pachisi, who cites Falkener (1892, p 257) as the originator of the term. — in Mackenzie, Colin; Finkel, Irving, Asian Games: The Art of Contest, Asia Society. — С. 46—57. — ISBN 0-87848-099-4.
- ↑ Swiss Committee for UNICEF. Games of the World. — National Committees for UNICEF, 1982. — С. 28—29.
- ↑ The Rules of Pachisi . Masters Traditional Games. Дата обращения: 2 сентябрь 2013.
- ↑ Mohr, Merilyn Simonds. The New Games Treasury. — Houghton Mifflin Company (инг.)баш., 1997. — ISBN 1-57630-058-7.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Falkener, Edward (1961) [1892]. Games Ancient and Oriental and How to Play Them (rpt. New York: Dover Publications ed.). London: Longmans, Green and Company.
- Finkel, Irving (2004). "Round and Round the Houses: The Game of Pachisi". In Mackenzie, Colin; Finkel, Irving (eds.). Asian Games: The Art of Contest. Asia Society. pp. 46–57. ISBN 0-87848-099-4.
- Mohr, Merilyn Simonds (1997). The New Games Treasury. Houghton Mifflin Company. ISBN 1-57630-058-7.
- Murray, H. J. R. (2002) [1913]. A History of Chess (Reprint Oxford: Oxbow Books ed.). Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-827403-3.
- Murray, H. J. R. (2002) [1951]. A History of Board-Games Other Than Chess. Oxford: Oxbow Books. ISBN 0-19-827401-7.
- Parlett, David (1999). The Oxford History of Board Games. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-212998-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пачиси BoardGameGeek сайты
- Чаупар һәм пачиси ҡағиҙәләре
- Баҫыу өсөн уйын версияһыТашлағандан һ 2021 йыл 14 ноябрь архивланған.