Эстәлеккә күсергә

Перелешин йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Перелешин йорто
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы , Грек урамы, 63
Төҙөлгән ваҡыты ХIХ быуаттың 3-се сиреге
Статус Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты .

Перелешин йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. 301-се ҡарар (18.11.92).

Адресы: Таганрог ҡалаһы,Грек урамы, 63.

Таганоргтың Грек урамындағы 63 -се һанлы, ике ҡатлы урам яғына ҡарап торған һигеҙ тәҙрәле, ҡунаҡ күтәрмәһе өҫтөнә балкон ҡуйылған йорт ХХ быуат 3- се сирегендә төҙөлгән. Төп корпустың һул яҡ төкәтмәһе байтаҡ йылдар үткәс һалынған. Төкәтмә ике тәҙрәле, улар йорт ишек алдындағы металл ҡапҡаға ҡарай.

Бинаның беренсе хужаһы Таганрог ҡала башлығы (18641866) адмирал Павел Александрович Перелешиндың үтә мөһим эштәрен башҡарыусы коллежский асессор Михаил Семенович Кравцов булған. 1874 йылда ҡалала диңгеҙ класстары асылған һәм Михаил Семенович Кравцов Ахиллес Николаевич Алафузов һәм Иван Алексеевич Ветлицкий менән бергә диңгеҙ кластары менән идара итеү комитеты составына ингән.

Перелешин йорто

1870 йылдар аҙағында был йортто коммерция суды присяжный стряпчийы коллежский секретарь Яков Викторович Дьяченко һатып алған Ул үлгәндән һуң йорта уның вариҫтары хужа булып ҡалалар. 1890-сы йылдарҙа йортто инженер-механик Кротковтың ҡатыны Любовь Кроткова һатып алған һәм 1900 йылға тиклем шунда йәшәгән. Бинаның һуңғы хужаһы — хәлле крәҫтиән . Семен Федорович Федоров. Был йортта Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының тәбиғәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Владимир Семенович Михайловский фатирҙа торған.

Йортҡа урамдағы ҡунаҡ күтәрмәһенән инеп йөрөгәндәр. Йорттоң икенсе ҡатына инеүсе бик киң мәрмәр баҫҡыстары бинаны ике тиң яҡтарға бүлеп торған. Беренсе ҡаттың дүрткел тәҙрәләре замок тәҙрәләренә оҡшатып эшләнгән, икенсе ҡатының тәҙрәләренә йөҙлөктәр һәм сандриктар ҡуйылған.

Совет власы йылдарында бина милли объектҡа әүерелдерелә. Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт. Йорт төбәк әһәмиәтенндәге мәҙәни мираҫ объекты .

  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.