Пермь дәүләт фармацевтика академияһы
Пермь дәүләт фармацевтика академияһы (ПГФА) (тулы исеме: Юғары профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Пермь дәүләт фармацевтика академияһы») — Пермьҡалаһындағы фармацевтик өлкәһе белгестәрен әҙерләүсе юғары уҡыу йорто.
2016 йылға ҡарата академия составына 5 факультет һәм 20 кафедра инә[1]:
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылда Пермь классик университеты базаһында фармацевтика бүлеге ойоштора[2].
1929 йылда — Пермь университетында химия-фармацевтика факультеты булдырыла.
1930 йылда университет тарҡатыла, химия-фармацевтика факультеты үҙ аллы химия-технология институты итеп үҙгәртелә. Техник базаһы менән бергә 1931 йылда Березники ҡалаһына күсерелә.
1931 йылда — Пермь медицина институтында фармацевтика факультеты булдырыла.
1936 йылда фармацевтика факультеты Пермь дәүләт фармацевтика институты итеп үҙгәртелә[2].
1995 йылда Пермь дәүләт фармацевтика институты академия статусын ала һәм Пермь дәүләт фармацевтика академияһы тип үҙгәртелә.
2005 йылда академия «Федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш агентлығының Пермь фармацевтика академияһы» юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы тигән исем ала [2].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылға ҡарата академия составына 5 факультет инә[1]:
- көндөҙгө уҡыу факультеты;
- ситтән тороп уҡыу факультеты;
- сит ил граждандарын әҙерләү факультеты;
- өҫтәмә һөнәри белем биреү факультеты;
- йәштәрҙе юғары уҡыу йортона тиклем әҙерләү факультеты.
ПГФА 4500 белем алған студенттар, 50 аспирант, 6 докторанттар, 70 интерн[1].
Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге алып бара 28 фәндәре докторы, профессор, 138 фәндәре кандидаты, доцент, халыҡ-ара академияһы ағзаһы, 8, 6 рәсәй федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре[1].
ПГФА программаһы буйынса белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу түбәндәге:
- юғары һөнәри белем биреү программалары буйынса:
- «провизор» һөнәре буйынса;
- юғары уҡыу йортонда белем алғандан һуңғы программалар буйынса:
- аспирантура:
- 14.00.25 — фармакология;
- 15.00.01 — дарыуҙар технология һәм фармацевтика эшен ойоштороу;
- 15.00.02 — фармацевтик химия һәм фармакогнозия;
- 03.00.13 — кеше һәм хайандар физиологияһы;
- 02.00.03 — органик химия;
- интернатура:
- фармация идаралығы һәм иҡтисады;
- фармацевтика технологияһы;
- фармацевтика химияһы һәм фармакогнозия.
- өҫтәмә уҡыу программалары буйынса (квалификацияны камиллаштырыу һәм белгестәрҙе яңынан әҙерләү):
- фармация идаралығы һәм иҡтисады;
- фармацевтика технологияһы;
- фармацевтика химияһы һәм фармакогнозия.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Категория:Выпускники ПермГФА
- Категория:Преподаватели ПермГФА
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт академии (рус.)