Пермякова Любовь Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Любовь Пермякова
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Любовь Петровна Пермякова

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған датаһы

8 октябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (45 йәш)

Тыуған ере

Конаково, Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР

Любовь Петровна Пермякова, ҡыҙ фамилияһы Эннер (8 октябрь 1978 йыл)[1] — ултырып волейбол уйнаусы, «ЦСП-Крылатское» уйынсыһы; 2018 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында донъя чемпионы[2], 2017[3] һәм 2019 йылда Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018) һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорты мастеры[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Любовь Петровна Пермякова 1978 йылдың 8 октябрендә Тверь өлкәһе Конаково ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 3-сө урта мәктәбендә белем ала, волейбол менән 1996 йылдан юғары уҡыу йортонда шөғөлләнә. Балаһы тыуғандан һуң, 2006 йылда карьераһын яңырта. 2007 йылда Европа чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында уйнай, әлеге ваҡытта Мәскәү «ЦСП-Крылатское» командаһы өсөн сығыш яһай[5]. 2017 йылда һәм 2019 йылда рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Европа чемпионаты еңеүсеһе[6] [7], шулай уҡ 2018 йылда донъя чемпионатында еңеү яулай[8]. Шулай уҡ 2014 йылда донъя чемпионатында бронза миҙал яулай[9]. 2018 йылда донъя чемпионатында еңеүе өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була.

2018 йылда инвалидтарҙы «Мне бы в небо» проекты социаль-психологик реабилитациялау сиктәрендә парашют менән һикерә[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Список кандидатов в спортивные сборные команды России по спорту лиц с поражением ОДА (летние дисциплины) на сезон 2019 г. 2020 йыл 18 март архивланған.  (рус.)
  2. Женская сборная России по волейболу сидя впервые выиграла ЧМ  (рус.)
  3. Спортсменки ЦСП «Крылатское» стали чемпионками Европы по волейболу сидя  (рус.)
  4. ЦОП Москомспорта. ВОЛЕЙБОЛ СИДЯ (спорт лиц с поражением ОДА) 2020 йыл 18 март архивланған.
  5. 39-летняя Любовь Пермякова добилась исторического успеха в составе сборной России по волейболу сидя  (рус.)
  6. Спортсменки из района Восточный стали чемпионками по волейболу сидя 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.  (рус.)
  7. МУЖСКАЯ И ЖЕНСКАЯ СБОРНЫЕ КОМАНДЫ РОССИИ ВЫИГРАЛИ ЧЕМПИОНАТ ЕВРОПЫ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ  (рус.)
  8. ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ КОМАНДА РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ СИДЯ ВПЕРВЫЕ ЗАВОЕВАЛА ТИТУЛ ЧЕМПИОНА МИРА  (рус.)
  9. Профиль на сайте Паралимпийского комитета России  (рус.)
  10. «Мне бы в небо». Под Рузой организовали прыжки с парашютом для инвалидов  (рус.)