Перучица
Перучица | |
босн. Perućica сер. Перућица хорв. Perućica | |
Дәүләт | Босния һәм Герцеговина |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (vii)[d], (ix)[d] һәм (x)[d] |
Перучица Викимилектә |
Перучица (сер. Перућица, хорва. һәм сер. Perućica) — кеше ҡулы теймәгән урман, Европааның дүрт реликт урманының береһе . Серб Боснияһы һәм Герцеговинаһы Республикаһында Сутьеска милли паркы теооиторияһында урынлашҡан.
Уникаль булғаны өсөн Перучица[1] ҡәтғи һаҡланған территория булып тора. 1938 йылда беренсе тапҡыр урман территорияһында етди тикшеренеүҙәр үткәрелә. Перучица Динар урманлы таулығында ағастар һаны һәм уларҙың оҙонлоғо буйынса ла, шулай уҡ ағас төрҙәренең күп булыуы һәм тышҡы матурлығы менән дә ышаныслы рәүештә алда бара. Шул сәбәпле 1952 йылда Югословакия составындағы <a href="./Босния һәм Герцеговина" rel="mw:WikiLink" data-linkid="110" data-cx="{"adapted":true,"targetTitle":{"title":"Босния һәм Герцеговина","pagelanguage":"ba","thumbnail":{"source":"http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/bf/Flag_of_Bosnia_and_Herzegovina.svg/80px-Flag_of_Bosnia_and_Herzegovina.svg.png","width":80,"height":40}},"sourceTitle":{"title":"Босния и Герцеговина","pagelanguage":"ru","thumbnail":{"source":"http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/bf/Flag_of_Bosnia_and_Herzegovina.svg/80px-Flag_of_Bosnia_and_Herzegovina.svg.png","width":80,"height":40},"description":"государство в Южной Европе"}}" class="cx-link" id="mwDw" title="Босния һәм Герцеговина">Серб Боснияһы һәм Герцеговинаһы Республикаһы Хөкүмәте майҙаны 1234 гектарға тиң урман массивына «фәнни тикшеренеү объекты» тигән айырым статус бирә, ә 1954 йылда уны, сиктәш ятҡан 20 гектар майҙанды ҡушып, тәбиғи парк булараҡ дәүләт яҡлауы аҫтына ала.
Перучицаның тәбиғи урман байлығын һаҡлау һәм яҡлау[2] — Сутьеска милли паркының иң мөһим бурыстарының береһе. Бында барлыҡ тәбиғи биологик процестар кеше ҡатнашлығынан тыш үтә. Ағастар ҡартайыуҙан йәки тәбиғи ауырыуҙарҙан юҡҡа сыға, ә улар урынына йәш ағастар ҡалҡа.
Перучицаның Урта диңгеҙ климаты зонаһы сигендә урынлашыуы боҙлоҡ дәүерендә үк йылылыҡ яратҡан үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың һаҡланып ҡалыуын тәьмин итә. Боҙлоҡ урмандың төньяҡ һәм бейек таулы райондарын ғына баҫып ала, боҙлоҡ этәреп килтереп өйгән тау тоҡомдары, мореналар, гляциаль өйөмдәр ҙә быны раҫлай. Шул уҡ ваҡытта Перучицаның диңгеҙ кимәленән түбәнерәк ятҡан райондарына боҙлоҡ барып етмәй, был хәл үҫемлектәр һәм хайуандарҙың күп төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Перучицала үҫемлектәр донъяһы бик бай: бук, аҡ шыршы, шыршы, Альп итәгендә үҫкән бук[асыҡлыҡ], ҡара граб, тау сағаны[асыҡлыҡ], Альп итәгендә үҫкән шыршы[асыҡлыҡ], бихисап ҡыуаҡтар, үлән, мүк[3] ҡаплаған уның майҙанын. Үҫемлектәрҙең ҡайһы бер төрҙәрен етди, системалы тикшеренеү эштәре күптән түгел генә башланған һәм тамамланмаған әле. Ләкин хәҙер инде шуныһы асыҡ: Перучица территорияһында эндемик үҫемлектәрҙең бик күп төрө үҫә.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Национальный парк Сутьеска
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ P. Encijan K. : : Foča / Srbinje
- ↑ Prašuma Perućica | camo.ch 2018 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ Perućica — u Evropi prašuma jedina(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ветар са Балкана 2013 йыл 3 август архивланған.