Песковатская Лопатина урманы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Песковатская Лопатина урманы
49°59′ с. ш. 41°19′ в. д.HGЯO
Урынлашҡан урыны Ростов өлкәһенең Үрге Дон районы
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Ростовская область
Майҙаны 90 йәки 92 га
Песковатская Лопатина урманы (Рәсәй)
Green pog.svg
Песковатская Лопатина урманы

Песковатская Лопатина урманыРостов өлкәһенең Үрге Дон районындағы төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе категорияһына ҡарай. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы Ростов өлкәһенең тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы Министрлығы тәьмин итә[1].

Һүрәтләнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Песковатская Лопатина урманы Үрге Дон районының иң үҙәгендә урынлашҡан. Көнсығышта ул Песковатская Лопатина хуторы менән сикләнә. Урман Үрге Дон урмансылыҡ территориаль бүлеге Еремин участка урмансылығының 55-се квадратын биләй. Бер мәғлүмәт буйынса Песковатская Лопатина урманы 90 гектар тәшкил итә, икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 92 гектар[2]. Ростов өлкәһенең 2006 йылдың 18 октябрендә ҡабул иткән № 418-се һанлы «Ростов өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында» Ҡарарына ярашлы эшләүсе тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[1].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Песковатская Лопатина урманы биләмәһендә ҡоштарҙың төрлө төрҙәре йәшәй. Урмандың көньяҡ өлөшө - ҡара саған, ялан сағаны, татар сағаны, ҡорос ағасы, йүкә кеүек ағас төрҙәре үҫкән биләмә. Уның биләмәһендә Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәр үҫә: тайтояҡ, платан һымаҡ саған, йыла, күп йыллыҡ үръяпраҡ. Һаңғырау кесерткән һымаҡтар ғаиләһенә кергән үләндәренең бер төрө еҫлекәй Clinopodium vulgare L таралған[1]. Уның тураһында мәғлүмәт Көньяҡ федераль университеттың электрон гербарийында бар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Песковатско-Лопатинский лес//ООПТ России
  2. Леса Нижнего Дона, Георгий Матвеевич Зозулин, В. В. Федяева Изд-во Ростовского университета, 1992 — Всего страниц: 200 c. — C.37
  3. Электронный гербарий ботанического сада ЮФУ