Петров бөгөлө ыҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петров бөгөлө ыҙаны
Төп мәғлүмәт
Майҙаны837,0 гектар 
Идара итеүсе ойошмаРостов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы 
Урынлашыуы
49°19′ с. ш. 40°58′ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Точка
Петров бөгөлө ыҙаны
Ростов өлкәһе
Точка
Петров бөгөлө ыҙаны

Петров бөгөлө ыҙаны — Төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ростов өлкәһе Семикаракорск районында урынлашҡан. Тәбиғәт һәйкәле статусын Ростов өлкәһе Хөкүмәте 349-сы ҡарары (15.05.2014) нигеҙендә алды.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара тирәк

Петров бөгөлө ыҙаны Дон йылғаһының уң ярында, уның Семикаракорск ҡалаһы болондағы йыл да һыу баҫа торған үҙәнендә урынлашҡан. Семикаракорск урман хужалығы участкаһы Семикаракорск территориаль бүлегенең 13-сө һәм 15-се кварталдарын биләй. Ыҙан заказник режимында эшләүсе төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Уның майҙаны яҡынса 160 гектар. Бында Түбәнге Дон үҙәненең һыу баҫҡан ерҙәре үҫемлектәре үҫә. Территорияһында болондар, һаҙлыҡтар бар, шуға күрә уның үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бай һәм төрлө.

«Петров бөгөлө» ыҙанында тәбиғи үҙән япраҡлы ағастары һәм сәсеп үҫтерелгән ағастар үҫә. Тәбиғи ағастар: аҡ тал, аҡ тирәк, йәшел ҡорос ағас — яҡынса 60 гектарҙа үҫә. 48 гектарында аллювиаль-болон ҡатнашлы тупрағында башлыса ҡорос ағас осорай. Әлеге ҡорос ағас үҫентеләренең 43,8 % — яһалма сәселгән һәм 56,2 % — тәбиғи үҫкән ағастар.

Бында шулай уҡ имән, ҡара тал, күк тирәк, канада тирәге, ваҡ япраҡлы ҡарама, татар сағаны һ. б. ағастар осорай. Майҙандың 59 гектарын тәбиғи үҫә торған тал ағасы ғаиләһенә ҡараған ағастар биләй. Шулай уҡ ябай ҡарама, йәшел ҡорос ағасы, ҡырым ҡарағайы һ. б. үҫә.

Бында шулай уҡ дарыу үләндәре ромашка, цикорий, баҡа(юл) япрағы, гөлйемеш, эт муйылы үҫә. Семикаракорск районы Петров бөгөлө ыҙаны тәбиғәт һәйкәленең хайуандар доъяһы ла бик бай һәм күп төрлө.

Петров бөгөлө ыҙаны тәбиғәт һәйкәле статусын Семикаракорск РБК 363-се ҡарары (20.09.77) һәм Өлкә Советының 87-се ҡарары(22.04.92) һәм Ростов өлкәһе Хөкүмәте 349-сы ҡарары (15.05.2014) нигеҙендә алды.

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]