Петров йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Петров йорто (Таганрог)
Петров йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Петр урамы, 36
Төҙөүсе Михаил һәм Елена Петровтар
Нигеҙләнгән 1850-се йылдар аҙағы

Петров йорто — Петр урамы, 36-сы йорт. Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петров йорто 1850-се йылдарҙа төҙөлә һәм 1859 йылда унда титуляр советник Михаил Петров һәм уның ҡатыны Еленайәшәй. Петров Михаил төрмәләр буйынса бағыусылыҡ советы ағзаһы һәм күпер ҡоролмалар төҙөү комитетында тора, уларҙа титуляр советник вазифаһын башҡара. 1861 йылда Фирсов һәм Трусов менән бергә ҡала архитекторы булып таныла. 1864 йылда төҙөлөп ятҡан Митрофаний сиркәүенең төп төҙөүсеһе булып тәғәйенләнә. Ул коммерция йыйылышы бинаһын төҙөү менән шөғөлләнә, һуңыраҡ был Петр урамы, 42-се һанлы йортта педагогия институтының филиалы эшләй . 1873 йылда йорт хужаһы булып коллежский ассессор чинындағы Михаил Петров иҫәпләнә.

1880 йылда йорт уның ҡатыны коллежский регистратор Софья Талалаева милкенә әйләнә. Уның ире дворян Николай Александрович губерна секретары булған. Николай Александрович милкендә Петр урамындағы бер нисә йорт булған, улар почта ведомствоһынан алып Дворцовый тыҡрығына тиклем торған йорттар. Талалаевтар ғаиләһендә бер нисә бала булған: Александр, Дмитрий, Вера һәм федор. 1910 йылда бинала фатирҙа надворный советник Алексей Андреевич Иогансон торған. Софья йорт 1915 йылдан һуң Софья Талалаева йорт хужаһы булыуҙан туҡтай. Йорттоң яңы хужаһы 19171925 йылдарҙа контор хеҙмәткәре Е. Л. Сергиенко була.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петр урамындағы 36-сы йорт мезонинлы бер ҡатлы ҡоролма була. Тәүге вариант менән сағыштырғанда йорт яңынан төҙөлгән. Документтарҙа был йорт кирбес менән көпләнгән ағас йорт булған һәм уның янында таш һарай торған тип күрһәтелә. Йорттоң уң яғында өйгә инә торған күтәрмә тора[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]