Петр художество-сәнәғәт мәктәбе бинаһы
- Мәҡәләлә Вологда өлкәһе Тотьма ҡалаһындағы ХХ быуат башында төҙөлгән Петр художество-сәнәғәт мәктәбе бинаһы тураһында һүҙ бара
Здание | |||
Петр художество-сәнәғәт мәктәбе
| |||
Школа №1 | |||
Ҡала | Тотьма, Вологда өлкәһе, Кусков яр буйы урамы, 14 | ||
Координаталар | 59/58/14.2/N/42/46/27.5/E | ||
Бина тибы | өс ҡатлы кирбес йорт | ||
Төҙөлөшө | ???—1904 йылдар | ||
Статус |
| ||
Бөгөнгө хәле | ғәмәлдә | ||
Петр художество-сәнәғәт мәктәбе Викимилектә |
Петр художество-сәнәғәт мәктәбе бинаһы — ХХ быуат башында төҙөлгән өс ҡатлы кирбес бина Вологда өлкәһе Тотьма ҡалаһының Кусков яр буйы урамында урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта бина урта дөйөм белем биреү мәктәбе № 1 сифатында ҡулланыла.
Интерьерында селтәрле металл рәшәткәле баҫҡыс һаҡланған, ул плитәләр менән түшәлгән. Түбәнең семәрләп һыланған декоры беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сухона йылғаһының бейек ярында, Тотьма ҡалаһында, ХХ быуат башында өс ҡатлы таш бина төҙөлә, ул ғәжәйеп матур булған[1]. Был йорт сауҙагәр-һөнәрсе Н. И. Токарев аҡсаһына төҙөлә һәм Тотьма ҡалаһының Петр һөнәрселек мәктәбен урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән була. 1902 йылда бина төҙөлә башлай һәм файҙаланыуға 1904 йылда ҡабул ителә[2].
Өс ҡатлы бина электр менән тәьмин ителгән, калорифер кеүәте менән йылытыла, һыу үткәргес менән монтажланған була. Был ҡалалағы иң бейек ҡоролма була. Мәктәптең маҡсаты булып уйынсыҡтар яһау һөнәре оҫталарын әҙерләү була. Петр мәктәбе шундай оҫталарҙы әҙерләү менән шөғөлләнеүсе илдәге берҙән-бер мәктәп була. Бында иң яҡшы уҡытыусылар эшләй, ә уҡыусыларҙың бөтәһе 100-гә яҡыны бар кәрәк әйбер менән дә тәьмин ителгән була. Уҡыу кластары, оҫтаханалар, йәшәү һәм туҡланыу өсөн зоналар бер бинала урынлашҡан була. Был мәктәп тураһында дан бөтә европа буйынса таралған. Мәктәп уҡыусылары төрлө күргәҙмәләрҙә иң яҡшы урындар яулаған, грамота һәм миҙал менән билдәләнгән[3].
1917 йылдан башлап мәктәп бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡороуға дусар ителә. Тәүҙә ул етенсе хеҙмәт мәктәбе була, ә 1925 йылда бөтөнләй ябыла. 1927 йылда бында балалар йорто асыла. 1930 йылда ете йыллыҡ мәктәп итеп ойошторола, һуңынан ун йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.[4].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс этажлы бина, Г хәрефе формалы, кирбестән төҙөлгән. Бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттағы балкондары йортто биҙәп тора. Бина башы сфера рәүешендәге ҙур булмаған көмбәҙле, өҫтөндә шпиле бар. Икенсе һәм өсөнсө ҡаттағы тәҙрәләре пилястр күренешле ҡашағалар менән уратылған. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙең өҫтөндә сандриктар, ә аҫ яғы таҫтамал менән тамамлана. Руст беренсе ҡатты һәм йорт мөйөштәрен уратып тора. Зур булмаған аттик йорт вертикален тамамлай, вертикалде балкондар һыҙатлап тора. Йорт ҡыйығының сиктәренә кирбес тумбалар ҡуйылған, улар металл рәшәткәләр менән тоташтырылған[5].
Бина зур үҙгәртеп ҡороуға дусар ителмәгән, әммә ҡыйыҡ көмбәҙе 1930-сы йылдар уртаһында һүтеп алынған һәм төп инеу урынына тамбур төҙөлгән.
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылда ҡала хакимиәте тарафынан «Тотьмала Петр һөнәрселек мәктәбен ойоштороу тураһында» тигән ҡарар ҡабул ителә. Мәктәптә һигеҙ йыл уҡыу программалары буйынса уҡытыу алып барыла.
Әлеге ваҡытта был йортта Тотьма ҡалаһының беренсе һанлы дөйөм урта белем биреү мәктәбенең уҡыу кластары урынлашҡан. 2011 һәм 2013 йылдарҙа бинаға ремонт үткәрелгән, пластик тәҙрәләр ҡуйылған.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ АУК ВО «Вологдареставрация» – Школа (памятник истории и культуры, Здание бывшей художественной промышленной школы), г. Тотьма, Набережная Кускова, 14 . Дата обращения: 1 декабрь 2020.
- ↑ Т. Воронина. Петровская ремесленная школа . Дата обращения: 1 декабрь 2020.
- ↑ Петровская ремесленная школа в Тотьме. 1886—1927 . Дата обращения: 1 декабрь 2020.
- ↑ ЗДАНИЕ ПЕТРОВСКОЙ РЕМЕСЛЕННОЙ ШКОЛЫ (г.Тотьма) . Дата обращения: 1 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ QR-35 - Здание Петровской ремесленной школы . Дата обращения: 1 декабрь 2020.