Тотьма — Рәсәй ҡалаһы, 1137 йылда нигеҙ һалынған, Вологда өлкәһе Тотьма районының административ үҙәге. Ҡала Сухона йылғаһының һул ярында, уға Песья Деньга йылғаһы ҡушылған урында, Вологданан 215 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы — 9895 кеше (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса). Рәсәйҙең тарихи айырыуса ҡиммәтле 41 ҡалаһы исемлегенә керә, уның планлаштырылыуын һәм боронғо төҙөлөш өлөшөн һаҡлау ҡаралған[ 3] . Ҡала территорияһында бик күп федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡылар урынлашҡан[ 4] .
Тотьма исеме, моғайын, фин-уғыр телдәренән (коми «тод» — «ҡарағай, ҡыуаҡтар һәм шыршылар үҫкән еүеш урын», «-ма» -«ер» һүҙенән алынған)[ 5] . Фән күҙлегенән ҡарағанда, был рәсми ҡараш булып тора. Әммә ҡалала ашҡа топонимик легендалар ҙа бар. Шуларҙың береһе Петр I менән бәйле. Йәнәһе ул Тотьма тураһында «То не город — то тьма» тип әйткән имеш. Әммә легенда аныҡ дәлил бирә алмай, сөнки ҡала Петр заманына тиклем үк ошо исемде йөрөткән[ 5] .
Ковда йылғаһында тоҙло һыу күтәргес торбаның ҡалдығы .
Спас-Суморин монастыры ХХ быуат башында.
Тотьма ҡалаһына нигеҙ һалыу датаһы тип 1137 йылды һанайҙар.
Феодосий
XVIII быуат иконаһы
XVIII быуат иконаһы
XIX быуат иконаһы
XIX быуат иконаһы
XХ быуат башындағы икона
XХ быуат башындағы икона
Тотьманың 1781 йылғы тарихи гербы
XVII быуат Тотьма өсөн үҫеш осоро була, сөнки ул Төньяҡ-Двина һыу юлы буйында тора. Урыҫ дәүләтенең барлыҡ тышҡы сауҙаһы Балтик диңгеҙенә сығыу булмағанлыҡтан, Вологда , Тотьма, Бөйөк Устюг һәм Архангельск аша башҡарыла, был ҡаланың үҫешенә килтерә. Ҡала аша йыл әйләнәһенә . 500-ҙән алып 1000-гә тиклем караптарүтә[ 6] . Тоҙ кәсептәре әһәмиәте көсәйә , был ҡаланы ныҡ байыта. Йылына бында 200 мең бот тоҙ сығарыла[ 7] .
Өс тапҡыр Тотьмаға Петр I [ 6] килә, ул тоҙ сығарыу эшен күҙәтә[ 8] .Аҡрынлап Тотьманың Санкт-Петербург барлыҡҡа килеү һәм шулай уҡ Эльтон һәм Баскунчак күлдәрендә тоҙ табылыу арҡаһында иҡтисади үҫеше түбәнәйә
Иерусалимға инеү сиркәүе (хәҙер бинала диңгеҙселәр музейы урынлашҡан)
XХ быуат башында Тотьма үҙәге. Сретенский Урамы.
Входоиерусалимский ғибәҙәтханаһы, ликер заводына әйләндерелә (1960-сы йй.)
Вологда губернаһы, Тотьма өйәҙ бөтөрөлгәндән һуң, 1929 йылда ҡала яңы барлыҡҡа килгән Тотьма районының үҙәгенә әйләнә һәм башта Төньяҡ крайына (1929—1936), артабан — Төньяҡ өлкәһнәе (1936—1937), ә аҙаҡ — бүленә һәм Вологда өлкәһе (1937 йылдан алып) составына инә. Индустриялаштырыу ҡаалға ҙур йоғонто яһамай, бында урман һәм аҙыҡ етештереү киңәйә, электр станцияһы төҙөлә, әммә иҡтисадтың төп өлөшөндә ауыл хужалығы йүнәлеше һаҡланып килә.[ 9] :1-3.
1990-сы йылдарҙа ҡалала бер нисә предприятие (леспромхоз, мебель фабрикаһы, етен заводы) ябыла[ 10] :18. Шулай ҙа, финанс ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, нәҡ ошо ваҡытта Входоиерусалимский, Раштыуа һәм Успение сиркәүҙәре тергеҙелә, туризмды үҫтереү өсөн яңы идеялар барлыҡҡа килә.
2000 йылда Тотьмала физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә
Тотьма музейҙары
Диңгеҙселәр музейы (элекке Сиркәү инеп Иерусалим)
Диңгеҙселәр музейы (элекке Иерусалимға инеү сиркәүе)
элекке Успение ҡорамы)
Сиркәү боронғоһо музейы
Тотьма тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Тотьма урта мәктәбе № 3)
Тотьма тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Тотьма № 3 урта мәктәбе)
Музей-күргәҙмә үҙәге.
Музей-күргәҙмә үҙәге
Граждандар архитектураһы ҡомартҡылары
Дини училище бинаһы
Дини училище бинаһы
Малофеев усадьбаһы
Малофеев усадьбаһы
Петр һөнәрселек мәктәбе (ХХ быуат башы.)
Петр һөнәрселек мәктәбе (ХХ быуат башы.)
Петр һөнәрселек мәктәбе бинаһы (2006)
Петр һөнәрселек мәктәбе бинаһы (2006)
Кузнецов йорто
Кузнецов йорто
Холодилов йорто
Холодилов йорто
Вознесенский соборы
Тотьмала ергиҙәрҙәр һәм диңгеҙселәр һәйкәле
Иван Кусков экспедицияһы көньяҡ һәм төньяҡ америкала иң урыҫ ауылына сәйәхәт ойошторолдо. 54 йыл — Форт-Росс .
Иван Кусков экспедицияларҙа 54 йыл йөрөгән һәм Төньяҡ Американың көньяғында рус ауылына нигеҙ һалған — Форт-Росс .
Мәғариф халыҡ комиссары була .В. Луначарский бында байтаҡ эштәр буйынса полиция ҡаты күҙәтеү аҫтында яҙылған һәм эстетика[ 11]
Мәғариф халыҡ комиссары .А. В. Луначарский бында байтаҡ эштәр буйынса полиция ҡаты күҙәтеү аҫтында торған[ 12]
Народниктар Лавров Петр бында өҫтөндә эш башлаһын үҙенә билдәле «Тарихи яҙма»
Народниктар Лавров Петр бында ббилдәле үҙенең «Тарихи яҙма»һын яҙған
|}
Вахрушов Феодосий Михайлович (1870—1931) — рәссам-реалист, Е. Репиндың уҡыусыһы. Тотьмала тыуа һәм ғүмеренең күп өлөшөн йәшәй. Тотьма тыуған яҡты өйрәнеү музейына үҙенең байтаҡ картиналарын ҡалдырған.
Григоров Дмитрий Александрович (1860—1929) — яҙыусы, крайҙы өйрәнеүсе, «Тотьма һәм уның тирә-яғы» очерктар китабы авторы.
Зайцев Станислав Михайлович (1939—1992) — Тотьмала тыуған, крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы, И. А. Кусков йорт-музейына нигеҙ һалыусы, рәссам һәм шағир.
Иваницкий Николай Александрович (1847—1899) — этнограф-фольклорсы, шағир, ботаник, Тотьмала тыуған
Копос Дмитрий Александрович (1925—1987) — Совет Армияһының инженер ғәскәрҙәре генерал-майоры, Тотьмала тыуған
Кусков Иван Александрович (1765—1823) — күренекле рус тикшеренеүсеһе Аляска һәм Калифорнияны тикшергән, Форт-Росс ҡа нигеҙ һалыусы . Тотьмала мещан ғаиләһендә тыуып үҫкән.
Лавров Пеытр Лаврович (1823—1900) — яҙыусы, публицист, народник, Тотьмала һөргөндә саҡта «Тарихи яҙма» китабын яҙа.
Леонтьев Константин Михайлович (1849—1904) — табип, суд медицинаһы профессор.
Луначарски Анатолий Васильевич (1875—1933) — сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәржемәсе, публицист, тәнҡитсе, беренсе мәғариф халыҡ комиссары. 1903—1904 йылдарҙан Тотьмала һөргөндә ултыра.
Мадисон Андрей Освальдович (9 июнь 1952 — ғинуар 2009) — шағир һәм аҡыл эйәһе, — https://www.chitalnya.ru/commentary/2476/
Попов Василий Тимофеевич (1828—1899) — күренекле урыҫ либералы, Тотьма өйәҙ земство управаһы рәйесе.
Раков Михаил Дмитриевич (1892—1971) — скульптор-миниатюрсы. Тотьмала тыуған һәм үҫкән.
Рубцов Николай Михайлович (1936—1971) — күренекле рус шағиры..
Савинов Феодосий Петрович (1865—1915) — рус шағиры.
Сажин Николай Прокопиевич (ырыу.1936) — рәссам-реалист, Тотьма районында тыуған.
Токарев Николай Ильич (1836—1916) — Тотьмала тыуған, сауҙагәр-меценат..
Феодосий Тотемский (Суморин) (1530—1568) — Тотьмалағы Спас-Преображенск монастыры эргәһендә Изге Илия Рус православие сиркәүен һала.
Трутнев Иван Васильевич (09.08.1951 — н в.) — ун тапҡыр гер спорты буйынса донъя чемпионы.
↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат , 2023.
↑ Приказ Министерства культуры Российской Федерации, Министерства регионального развития Российской Федерации от 29 июля 2010 г. № 418/339 «Об утверждении перечня исторических поселений»
↑ Перечень объектов культурного наследия федерального и регионального значения, расположенных на территории Вологодской области и состоящих под государственной охраной: г. Тотьма 2016 йыл 4 март архивланған .
↑ 5,0 5,1 Кузнецов А. В. Дославянские топонимы тотемского края // Тотьма. Историко-литературный альманах. Под ред. А. В. Камкина . Вып.1 Вологда, 1995, с.48
↑ 6,0 6,1 Кузнецова С. В., Филиппова Е. В. Тотьма (недоступная ссылка) / 2-е изд., испр. и доп. — Вологда: Полиграфист, 2005
↑ Соляные источники на р. Ковда 2021 йыл 26 февраль архивланған .
↑ Соболев А. И. Тотьма . Архангельск: Северо-Западное книжное издательство, 1987
↑ Новосёлов А. М. Утраченные храмы Тотьмы. Вологда: МДК, 2012
↑ Новосёлов А. М. Тотьма. Путеводитель по достопримечательностям. Вологда: МДК, 2012
↑ Кохно И. П. Вологодская ссылка А. В. Луначарского // Литературное наследие. Т. 82. М., 1970. С. 603—619
↑ Кохно И. П. Вологодская ссылка А. В. Луначарского // Литературное наследие. Т. 82. М., 1970. С. 603—619
Тотьма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб. , 1890—1907. (рус.)
Брумфилд У. Тотьма: Архитектурное наследие в фотографиях : [фотоальбом] / [предисл.: Б. Рубл, А. Комеч; пер. с англ.: Н. Сосна]. — М .: Три квадрата, 2005. — 78 с. — (Серия "Открывая Россию"). — 1000 экз. — ISBN 5-94607-052-5 .
Галушкина В. Н. Малый город с большой историей: [текст обзорной экскурсии]. Тотьма, 2005
Григоров Д. А. Тотьма и её окрестности // Тотьма: Историко-литературный альманах / Администрация Тотем. района Вологод. обл. и др.; [Редкол.: Гл. ред. А. В. Камкин и др.] — Вып.1. — Вологда: Русь, 1995.
Кузнецова С. В., Филиппова Е. В. Тотьма (недоступная ссылка) / 2-е изд., испр. и доп. — Вологда: Полиграфист, 2005
Новосёлов А. М. Тотьма. Путеводитель по достопримечательностям. Вологда: МДК, 2012
Новосёлов А. М. Утраченные храмы Тотьмы. Вологда: МДК, 2012
Попов В. Т. Город Тотьма Вологодской губернии : Ист. очерк / [Предисл. А. В. Быкова]. — Вологда: Изд. центр «Ардвисура», [1995]. — 127с. — (Летопись русской провинции).
Соболев А. И. Тотьма . Архангельск: Северо-Западное книжное издательство, 1987
Тотьма: Историко-литературный альманах /Администрация Тотем. района Вологод. обл. и др.; [Редкол.: Гл. ред. А. В. Камкин и др.]. — Вологда: Русь, 1995. — Вып.1. — 428,[3] с.
Тотьма: Краеведческий альманах / Администрация Тотем. района Вологод. обл. и др. ; [Редкол. : Гл. ред. А. В. Камкин и др. ]. — Вологда: Русь, 1997. — Вып. 2. — 664,[4] с.
Тотьма: Краеведческий альманах / Администрация Тотем. района Вологод. обл., Тотем. краевед. музей, Вологод. гос. пед. ун-т; [Редкол.: Гл. ред. А. В. Камкин и др.]. — Вологда: Легия. — 2001. — Вып. 3. — 294,[2] с.