Баскунчак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баскунчак
Рәсем
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Бассейн майҙаны 11 000 км²
Солёность 300 промилле[1]
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әстрәхән өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек -21,6 Метр
Оҙонлоҡ 18 километр
Вертикаль тәрәнлеге 3 Метр
Майҙан 115 км²
Commons-logo.svg Баскунчак Викимилектә

Баскунчак — тоҙло күл . Ахтубинский районы (Әстерхан өлкәһе). Майҙаны — яҡынса 106 км²[2] каспий диңгеҙенән яҡынса 270 км төньяҡта һәм көнсығышҡа табан Волганан.50 км алыҫлыҡта, Богдинско-Баскун чакский ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан. Майҙаны — 467[2] км2.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл һыуының тоҙо концентрацияһы юғары булғанлыҡтан кешене батырмай тота

Күл эргәһендә Үрге Баскунчак, Урта Баскунчак һәм Түбәнге Баскунчак ҡасабалары тора. Күлгә тиклем Ахтубинскийҙан автобуста йә маршрут таксиһында барырға мөмкин[3].

Һыу киҫелеше кимәле диңгеҙ кимәленән 21 түбән. Күл өлөшләтә кибә торған Гоькая Речка һыуы менән тулылана[4], һыу өҫтө майҙаны 11 км2 тәшкил итә һәм 25 шишмәнең һыуын йыя. Тоҙлолоғо — яҡынса 300 г/л, күл буйындағы тоҙ ятҡылығының тәрәнлеге 10-18 метр. Тоҙ сығарыу һөҙөмтәһендә 8 метрға еткән соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Тоҙ ятҡылығы тәрәнлеге 6 км. Рап күләме яҙын һәм көҙөн максималь 1 метрға тиклем етә. Рапта бактериялар ғына йәшәй, улартоҙҙо өҫкә сығаралар. Күлдең рапаһы 37 процентлы тоҙҙан тора.

VIII быуаттан алып күл тоҙон сығарғандар һәм уны Ебәк юлы буйынса башҡа урындарға ебәргәндәр Беренсе Баскунчак күл 1627 йылда "Ҙур һыҙма китабы"нда — тәүге Рәсәй географик тасуирламаһында телгә , «унда таҙа тоҙҙо боҙ кеүек һындыралар» тип телгә алына. Артабан да тоҙ сығарыу дауам ителә һәм бының өсөн Баскунчак тимер юлы һалына.

Күлдең көньяҡ яры буйында Оло Богдо тауы — Каспий буйындағы берҙән-бер тәбиғи сығышлы тау тора.

Күл уникаль Богдинско-Бас кунчакский тәбиғәт комплексы составына инә.1997 йылда Богдинско-Баскунчакский тәбиғәт комплексы тәбиғәт ҡурсаулығы итеп иғлан ителә), уның 53,7 мең гектар майҙанында тәбиғәтте һаҡлауҙың махсус режимы булдырылған.

Шифалы үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яр буйында дауалау балсыҡ ятҡылыҡтары бар. Июнь-август айҙарында бында туристар күпләп килә, һыу инә, балсыҡ менән дауалана.

Тоҙло күл буйында ЯСЙ «Санаторий-профилакторий „Баскунчак“» урынлашҡан.

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эльтон

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баскунчакское озеро. М., Л.: ОНТИ, 1933. 72 с.
  • Семихатов А. Н., Страхов Н. М. Геологическое строение окрестностей Баскунчака (Предварительный отчет о работах 1927 г.) // Известия Геологического комитета. 1929. Т. 48. № 4. С. 439—453.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]