Эстәлеккә күсергә

Пивоварованың табыш йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Пивоварованың табыш йорто
Ҡала Дондағы Ростов, Шаумян урамы, 45/28
Нигеҙләүсе Петр Павлович Чубухчиев
Нигеҙләнгән XIX быуат аҙағы — XX быуат башы

Пивоварованың табыш йорто — Дондағы Ростовтың[1] Шаумян урамы, 45/28 адресы буйынса урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты. Өлкә тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса инспекцияһының 2004 йылдың 29 декабрендәге 191-се Бойороғона ярашлы мәҙәни мираҫы объекты исемлегенә индерелгән. Кем хөрмәтенә йорт шундай исемде йөрөтә — билдәле түгел[2].

Пивоварованың табыш йорто XIX быуат аҙағы — XX быуат башында табип Петр Павлович Чубухчиев тарафынан төҙөлә 1915 йылға тиклем йорт уның милегендә була. Йортта тире һәм венерик ауырыуҙарҙы дауалау буйынса табиптың үҙ кабинетынан башҡа, теш табиптары Ревич һәм Розовская-Суликованың кабинеттары урынлаша, шулай уҡ присяжный поверенный Абрамовтың ярҙамсыһы — Трапезонцев контораһы эшләй. Йорт XXI быуатҡа тиклем һаҡланған.

2013 йылдың февралендә был бинаның, уның статусы менән бәйле рәсми рәүештә ризалыҡ алынмаған көйөнсә, өлөшләтә реконструкцияланыуы билдәле була. Йорттоң беренсе ҡаты кафе итеп ҡуртымға бирелә. 2013 йылдың апрель айында, канализацияға тишеп инеү өсөн, йорт нигеҙен ремонтлау эштәре алып барылыуы тураһында мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта бөтә сығарылған закон нормалары үтәлмәүе билдәле була. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә, фатирҙа йәшәүселәр һүҙҙәре буйынса, стеналарҙа ярыҡтар барлыҡҡа килә. Өлкә мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре тарафынан, дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған[3] объекттың бөтөнлөгөн боҙоу теркәлгән.