Пигалов Александр Петрович
Александр Петрович Пигалов | |
---|---|
Файл:Пигалов, Александр Петрович.png | |
Дата рождения | |
Место рождения |
село Салган, Нижегородская область, РСФСР |
Дата смерти |
30 августа 2018 (82 года) |
Место смерти | |
Страна | |
Научная сфера | |
Место работы | |
Альма-матер | |
Учёная степень | |
Учёное звание | |
Известен как |
Специалист в области педиатрии |
Награды и премии |
Пигалов Александр Петрович (30 август 1936 йыл, Горький өлкәһе, Салган ауылы — 30 август 2018 йыл) — совет табибы, педиатр, медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1995)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдың 30 авгусында РСФСР-ҙың Горький өлкәһе Салган ауылында тыуған.
1954 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетына уҡырға инә, әммә уны тарҡатыу сәбәпле икенсе курстан һуң педиатрия факультетына күсерелә.
1961 йылда диплом алғандан һуң, Татар АССР-ының Куйбышев районы баш педиатры булып эшләй. 1964 йылда райондың баш табибы урынбаҫары була. Түбәнге Камала эшләгән ваҡытында өс тапҡыр халыҡ депутаттарының ҡала советы депутаты итеп һайлана һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияны етәкләй.
1968 йылда Түбәнге Кама ҡалаһының баш педиатры һәм Түбәнге Кама үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1975 йылда «Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм яңы тыуған балаларҙың специфик булмаған иммунологик реактивлығы күрһәткестәренә СКИ-3 синтетик изопрен каучук производствоһының йоғонтоһо» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлай.
1986 йылда педиатрия факультетында декан була һәм уҡыта башлай, 1991 йылда профессор итеп һайлана, 1996 йылда Ҡазан медицина университетының поликлиника педиатрия кафедраһы мөдире була. 1988 йылда СССР Медицина фәндәре академияһы Педиатрия институтының академик советында «Ҡатын-ҡыҙҙарҙан, синтетик каучук етештереүсе эшселәрҙән тыуған балаларҙың үҫеүе һәм үҫеше үҙенсәлектәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Неонатология, аллергология, йөклөлөк һәм бала табыу барышын өйрәнеү, етем балаларға медицина-социаль ярҙам ойоштороу буйынса егерменән ашыу уҡытыу-методик әсбап һәм ҡулланмалар яҙған. 1990 - 1996 йылдарҙа «Педиатрия» белгеслеге буйынса махсус советты етәкләй, «Педиатрия» журналының редакция советы ағзаһы була.
2018 йылдың 30 августа Ҡазанда вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
«В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)
«Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (1989)
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» (1995 йыл)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балалар һаулығы торошон баһалау. Казань, 1999
- Сабыйҙар йорттарында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға медик-социаль ярҙам ойоштороу. Казань 2001
- Балалар һәм үҫмерҙәр һаулығын баһалау. Казань, 2006
- Педиатрия участкаһында эпидемияға ҡаршы иҫкәртеү эше. Казань, 2006
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персоналии по алфавиту
- Учёные по алфавиту
- Рәсәй табиптары
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Ҡазанда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 2018 йылда вафат булғандар
- 30 августа вафат булғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- 30 августа тыуғандар
- Ҡазан дәүләт медицина институтын тамамлаусылар
- Ҡазан дәүләт медицина институтында уҡытыусылар