Пин һаҙлыҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пин һаҙлыҡтары
бел. Прыпяцкія балоты
Рәсем
Дәүләт Flag of Belarus.svg Беларусь
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 135 ± 1 метр һәм 133 метр[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+03:00[d]
Урынлашыу картаһы

Пин һаҙлыҡтары (Припять һаҙлыҡтары, Полесье һаҙлыҡтары) — һыубаҫар туғайҙарҙың һәм Припяттың беренсе киртләстәре терассаһы һаҙлығы, ул хәҙерге Украинаның төньяғында Припять йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйындағы территорияла һәм Белоруссияның Брест ҡалаһынан алып Лунинецҡа тиклемге территорияла урынлашҡан. Һаҙлыҡтың майҙаны — яҡынса 98 419,5 квадрат километр. Революцияға тиклемге әҙәбиәттә Пин һаҙлыҡтарын Припать Полесьеһы тип тә атайҙар. Пин һаҙлыҡтары халыҡ-ара һыу-һаҙмат биләмәләрҙе һаҡлау буйынса Рамсар конвенцияһы исемлегенә индерелгән.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пин һаҙлыҡтарының Полесье уйһыулыҡта ҙур өлөшөндә урынлашҡан һәм Белоруссияның (ҡара: Белоруссия һаҙлыҡтары) көньяғындағы ҙур өлөштө һәм Украинаның төньяҡ-көнбайышын биләй. Һаҙлыҡ уйһыуы уң яҡтан Припять йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Стырь, Горынь, Уборть һәм Словечна һәм һул яҡтан Ясельда, Цна, Случи һәм Птичь менән бүлгеләнә.

Торф һәм үҫемлек ҡатламының тәрәнлеге урыны менән 6 метрға тиклем етә. Уның аҫтында ҡәҙимге кварц ҡомо, уның аҫҡы ҡатламында төньяҡ граниты һарыҡташтары ла осрай. Балсыҡта ҡом урын алған.

Флора[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пин һаҙлыҡтары өсөн асыҡ күрәнле-ҡамышлы ерҙәрҙең үтеп сыҡҡыһыҙ ҡыуаҡлы әрәмәлектәр менән аралашып килеүе хас. Яҙғы ташҡын мәлендә һаҙлыҡтарҙы тулыһынса тиерлек һыу баҫа, шуға күрә урындағы халыҡ йылға аръяғына сығыу өсөн кәмә ҡулланырға мәжбүр була.

Ҡоро «утрауҙарҙа» ҡарағай урмандары һәм киң япраҡлы урман биләмәләре таралған.

Пин һаҙлыҡтарының бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙур һаҙлыҡтар: Хольча, Морочно, Дедково һаҙлығы, Городищен һаҙлығы, Дубник, Домашница, Чернев-Леднежев.

Заречье[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пин һаҙлыҡтарының иң эре һәм өҙлөкһөҙ дауам иткән урыны Ясельда, Стырь һәм Припять йылғалары араһында урынлашҡан, һәм ул Заречье тип атала. Был урын берсә ҡушылған, берсә айырылған иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылға, ҡалтыҡ, ҡушылдыҡтар менән киҫешә. Һаҙлыҡтар араһындағы ҡалҡыу асыҡлыҡтар йә ҡамыштар, йә талдар менән ҡапланған ҡомло убаларҙа һаны 70-кә еткән ваҡ ауылдар урын алған. Йылғалар боҙҙан асылғанда, уларҙың һыуҙары бергә ҡушыла һәм Заречье бер ҙур күлгә оҡшап ҡала, улар араһында бер-береһенән ярайһы ғына йыраҡ урынлашҡан ауылдар утрауҙа ҡалғандай күренә. Бындай мәлдәрҙә ҡоро ер бәйләнеше ғәҙәттә 2 айға туҡтап ҡала, кәмә ҡулланыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ә дауыл күтәрелгән ваҡыттарҙа бындай бәйләнеш менән ҡулланыу бөтөнләй хәүефле һанала. Был хәл көҙ көндәре йылғалар ташҡанда ла ҡабатлана, әйтергә кәрәк, йәйен, оҙайлы ямғырҙарҙан һуң да, һаҙлыҡ аралашыу мөмкинлеген сикләй, ә ҡайһы саҡта аралашыу ихтималлағы юҡҡа сыға. Хәйер, йәй ҡоро килгән йылдарҙа һаҙлыҡтар мул үләнле сабынлыҡтарға, көтөүлектәргә әйләнә, бында юлдар һалына, шуға күрә был ерҙәр, ямғырлы мәлдәрҙән айырмалы, үтеп сыҡҡыһыҙ тигән билдәләмәһен юғалта.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың июль-сентябре.

1874 йылда Пин һаҙлыҡтарын ҡороторға маташып ҡарайҙар. 1889 йылда каналдарҙың дөйөм оҙонлоғо 2827 саҡрымға етә.

Немец командалығы «Барбаросс» операцияһын әҙерләнгәндә, Припять һаҙлыҡтарының тәбиғи кәртә тыуҙырасағын да иҫәпкә алырға мәжбүр булалар: армияның «Үҙәк» төркөмө — һаҙлыҡтың төньяғынаныраҡ, ә армияның «Көньяҡ» төркөмө көньяғынаныраҡ һөжүм итә (ҡара: карта).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GeoNames — 2005.